Сәйәхәт дауам итә

Сәйәхәт дауам итә 05.02.2015

Кисә Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән үткән кәңәшмәлә Владимир Путин ҡала-ара электр поездарын тиҙ арала ҡайтарыуҙы талап итте. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәне, инде бөгөн Рәсәй тимер юлдары идаралығы йыл башында туҡтатылған йүнәлештәрҙә поездар йөрөй башлаясаҡ, тип белдерҙе.

Өфөнөң Уң яҡ Ағиҙел станцияһында тып-тын. Поездар ҙа үтмәй, халыҡ та күренмәй. Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә 1 ғинуарҙан ҡала-ара электр поездары маршруттары  кәметелде. Ошоға бәйле, күп кеше поезд урынына башҡа транспорт һайлай.  Ундайҙар араһында Белорет районына ҡайтырға теләүсе Әлиә Дәүләтова ла бар.
Хәҙер инде поезд булмағанлыҡтан, күптәр автобус менән йөрөгә мәжбүр. Тик бында ла ҡыйынлыҡтар етерлек. Беренсенән, билет хаҡы ҡыйбатыраҡ, икенсенән ҡышҡы  юл хәүефлеге лә бар.
Ҡала-ара поездар хәрәкәтендәге үҙгәреш күп бәхәс тыуҙырҙы. Дөрөҫөрәге, халыҡ был яңылыҡты аяуһыҙ тәнҡитләне. Илдең ҡайһы бер төбәктәрендә килем килтермәгән маршруттар  ябылһа ла, ҡайһы бер осраҡта электр поезының ошо ерҙәге  берҙән-бер транспорт сараһы булып тороуын да оноторға ярамай. Был хаҡта Рәсәй Президенты белгәс, ул  ҡәтғи рәүештә мәсьәләне хәл итеүҙе талап итте.
«Башҡортостандың ҡала-ара пассажир компанияһы» етәксеһе Игорь Поляев, республикала электр поездарына бәйле хәл ул тиклем киҫкен түгел тип билдәләй. Поездар һанын кәметеү  мәжбүри сара булған, сөнки элегерәк транспорт ойшмаһы сығымдары федераль бюджеттан ҡапланһа, хәҙер йөкләмә республика иңенә ятҡан. Ләкин 2015 йылда Башҡортостан Хөкүмәте һәм транспорт компанияһы араһында төҙөлгән килешеү тулыһынса үтәлерг тейеш.
Шулай итеп, 7 февралдән быға тиклем туҡтатылып торған поездар киренән йөрөй башлаясаҡ. Өфө-Ҡарлыман, Инйәр-Белорет, Оло-Теләк, Раевкаға ла электричка менән барып буласаҡ. Ә инде 1 апрелдән, баҡсасылыҡ миҙгеле башланғас, ғәҙәттәгесә, тағы ла 6 йүнәлеш өҫтәләсәк.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку