Өс тапҡыр руль артында иҫерек килеш тотолған водителдең  автомобиленә бөгөн арест һалынды 28.10.2015

Быға тиклем транспорт менән идара итеү  хоҡуғынан мәхрүм ителгән егет  суд приставы идаралығына  ла  руль артында килгән. Студенттың  административ хоҡуҡ боҙғаны өсөн штрафтары йөҙ меңдән ашып киткән.  

Был  юл буйында  ябай ғына  документ тикшереү түгел. 22 йәшлек студент  өс тапҡыр руль артында иҫерек килеш тотолған! Әммә ул һаман да  машина йөрөткән. Суд приставтары  идаралығына ла  тимер атында елдереп килеп еткән. Уның  еңел автомобиленә арест һалынды.
Өфөлә йәшәүсе  егет үҙенең ҡылығын шулай ти.  Ысынлап та,    еңел автомобиль менән идара итеүгә хоҡуғың булмай тороп руль артында йөрөүҙе башҡаса атарлыҡ та түгел. Өс тапҡыр эсеп тотолоуы  - юл инспекторҙары теркәгәне генә. Ә ысынында иһә, күберәк тә булыуы ихтимал. Егеттең быға тиклем  административ хоҡуҡ боҙоуы өсөн штрафтары йөҙ меңдән ашып киткән.  
Ҡуҙғатылған эш буйынса  суд ҡарары сығарылды. Егет ун тәүлеккә  иркенән мәхрүм ителә. Түләнмәгән штрафтар тарихы бының менән генә тамамланмай әле.
Элмира Гәрәева, ЮХХДИ идаралығының өлкән инспекторы: «Был гражданинға  тағы  утыҙ мең штраф һалыныуы ихтимал,  йә иһә  уны ун биш тәүлек иркенән мәхрүм итеү йә йөҙ сәғәттән ике йөҙ сәғәткә тиклем   эшкә йәлеп итеү ҡарала».
Беренсе июлдән  индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы икенсе тапҡыр иҫерек килеш руль артына ултырыусыға ҡарата  енәйәт эше ҡуҙғатыла. Студент был үҙгәрештәргә тиклем тотолған. Тимәк, уға ҡарата сығарылған яза үтә йомшаҡ тип әйтергә була. Һәр хәлдә хоҡуҡ органдары тарафынан күрелгән саралар күпмелер ғүмерҙе ҡотҡарып ҡалыу тип аңларға була. Сөнки  спиртлы эсемлек ҡулланыусыларҙың ғәйебе менән сыҡҡан  юл-транспорт фажиғәләренең иҫәбе һаны юҡ.    Мәғлүмәттәргә ярашлы  быйыл ун ай эсендә республикала егерме һигеҙ мең водитель ҡырын тейәп руль артына ултырған. Уларҙың бер мең  ике йөҙөнә  енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика