Сүплектәге тормош

Сүплектәге тормош 14.05.2015

Өфө эргәһендәге Тимашев ҡасабаһы  урамдары сүплек ояһына әйләнгән. Ҡый өйөмдәре бигерәк тә яҙ көндәрендә  күбәйә. Бөтә ерҙә өмәләр үтеп, ер еңел тын алып ҡалғанда, ҡасабала йәшәүселәр  сүплектән килгән насар еҫтән тонсоға, унда ҡомаҡтар үрсей.  

Юл  уртаһында сүп-сар өйөмө. Тимашев ҡасабаһының Березников урамындағы был сүплек  эргә-тирәләгеләргә  йәшәргә ҡамасаулай. Ул  Татьяна Михайловнаның   ҡапҡа төбөндә генә урынлашҡан. Хужабикә башҡалар кеүек  урамға эскәмйәлә ултырып ял итергә түгел, ә  ел осорған ҡыйҙарҙы таҙартырға сыға.  Сүп ырғыта торған контейнерҙар  уның ҡоймаһына терәп үк ҡуйылған.
Татьяна Литвинова, Тимашев ҡасабаһының Березников урамында йәшәүсе: «Беҙҙең йорт сүплек өҫтөндә ултырған кеүек. Сүп һауыттарын башҡа ергә күсерһендәр ине. Уның урынына ағас ултыртыр инек. Аптырағас,  бейек тимер  ҡойма  эшләп ҡуйҙыҡ. Элек ағас кәртә  аша сүп-сар баҡсаға уҡ төшә ине. Иртән торабыҙ ҙа сүп йыябыҙ. Насар  еҫ арҡаһында тәҙрә лә аса алмайбыҙ. Бында ҡомаҡтар үрсей, эт-бесәйҙәр эйәләшә».
Сүп-сар ҡарауһыҙ эттәр ояһына әйләнгән. Контейнерҙар ярым буш. Урындағылар әйтеүенсә, уларҙы килеп таҙартып китәләр. Тик  эргәһендәге сүплек нисек хасил булған, шулай ята бирә.
Сүп сығарыу менән шөғөлләнеүсе ойошма ҡағиҙә буйынса һауыттарҙы ғына бушата. Ә иҫке диван,  ҡырҡылған  ағас һәм башҡа эре әйберҙәрҙе улар ташымай.  
Бындай хәлде Тимашев ҡасабаһының теләһә ҡайһы урамында күҙәтергә була.  Мәктәп һәм балалар баҡсаһы  араһында ла сүплек  хасил булған.  Контейнерҙар юҡ. Улар  урынынан күсерелә тигән яҙыу эленеп торһа ла, халыҡ ғәҙәт буйынса ҡыйлауын дауам итә.
Егор Матвеев, Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәтенең  Тимашев ҡасабаһы халҡы менән эшләү секторы мөдире: «Сүпте сығарыу өсөн халыҡтың биш йөҙ меңдән ашыу бурысы йыйылған. Шуға ҡарамаҫтан, сүп түгеүсе ойошма эште  ваҡытында башҡара. Ҡыштан һуң кешеләр ихаталарында йыйылған сүп-сарҙы  контейнерҙар эргәһенә ауҙара. Улар ҙур әйберҙәрҙе үҙҙәре ҡырҙағы  сүплеккә алып барып ташларға тейеш».
Егор Матвеев әйтеүенсә,  алтмыш контейнер урынлаштырылған. Был дүрт меңгә яҡын халыҡ өсөн  әҙҙер, күрәһең.  Ғәйеп атта ла, тәртәлә лә тигәндәй, сүп-сарҙы башҡа  яҡтарҙан түгел, ә  ҡасабала йәшәүсе халыҡ үҙе ырғыта. Тәртип урынлаштырыуҙы ла яуапла ойошмалар менән бергә үҙҙәре хәстәрләргә бурыслы. Ә әлеге кеүек дауам итһә бер нисә йылдан Тимашев ҡасабаһы сүплеккә әйләнеүе бар.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку