Сүп-сар түгеү проблемаһын тулыһынса хәл итеп буламы? 29.09.2015

Был теманы йыш күтәрһәк тә, йәшертен сүп түгеү урындары килеп сығып тора.

Иглин районының Ҡарамалы ауылы кешеләре төрлө ергә хат яҙа торғас ауыл эргәһендәге сүплек ябылды. Унда хәҙер «Россельхознадзор» ойошмаһы тикшереү эштәре алып бара. Шуныһы ғәжәп, был ерҙәрҙе ҡулланыуға килешеү төҙөгән «Газонсервис» предприятиеһы ла унда сүп ташлауҙы әлегәсә тыя алмағайны.
Алексей Середнюк, «Россельхознадзор» хеҙмәтенең  Башҡортостан идаралығы бүлек етәксеһе урынбаҫары: «Был яландар «ауыл хужалығы ерҙәре» тигән төркөмгә ҡарай. Сүп-сарҙы үҙҙәренсә йыйыштырғандар, дөрөҫөн әйткәндә, уны иҫке карьерға этеп төшөргәндәр. Тимәк, ҡыйлыҡ нисек бар шулай ҡалған булып сыға».
Сүп-сар йыйыу эшен Аҡбирҙе ауыл хакимиәте һәр ауылда ойошторған. Әммә Ҡарамалы ауылы эргәһендәге урман буйына ҡаланан, район үҙәгенән төндә машина-машина ҡый килтереп түгеүсе водителдәрҙе әлегәсә берәү ҙә тоторға ашыҡмай, күрәһең. Был ауыл хәҙер ике яҡтан да сүплек уртаһында ултыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика