Сүп-сар батшалығына ҡаршы көрәш

Сүп-сар батшалығына ҡаршы көрәш 22.07.2015

Киләһе йылдан башлап Рәсәй төбәктәре ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнешенә ҡағылышлы яңы вәкәләттәр аласаҡ. Был йәһәттән Башҡортостанда сүп-сар эшкәртеү заводтары һәм полигондар төҙөү күҙаллана. Комплекстарҙың береһе Иглин районында урынлашасаҡ. Ул 2017 йылда төҙөлөргә тейеш. Тик урындағы халыҡ ҡына быға ҡырҡа ҡаршы сыҡҡан.

Зәлиә Зәйнәғәбдинова балаларының сәләмәтлеге өсөн борсола. Ғаилә йәшәгән Келәш ауылы янында ике йөҙ метрлыҡ сүплек барлыҡҡа килгән. Нимә генә юҡ бында. Пластик һауыттарҙан башлап йорт йыһаздарына тиклем - барыһын да ырғыталар. Иглиндан ҡайтҡанда һәр ваҡыт сүп-сар аша үтергә тура килә,- ти йәш әсә.

Бындағы сүплек, ысынлап та, ай үҫәһен, көн үҫә тигән ҡағиҙәнән бер ҙә тайпылмай. Йөк машиналары, тракторҙар алмашлап тигәндәй йылдар буйы һаҡланасаҡ сүп-сарҙы ташый. Шулай ҙа был тик бер генә осраҡ. Ә бит Иглин районында рөхсәт ителмәгән урындарҙа ҡырҡҡа яҡын сүплек ятҡылығы урынлашҡан, республика буйынса был һан ике мең ярымға барып баҫа. Мәсьәләне хәл итеү өсөн республиканың һигеҙ зонаһында сүпте сорттарға бүлеүсе комплекс, көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе завод һәм полигондар төҙөү күҙаллана.

Яңы комплекс проектын Богдановка ауылы халҡы бер ҙә хупламай. Киләсәктә Өфө ҡалаһы янындағы туғыҙ райондың сүп-сары ауылдан йыраҡта түгел биләмәлә эшкәртелеүе ихтимал. Завод һәм полигон сәләмәтлеккә, экологияға ҙур зыян килтерәсәк, ти ризаһыҙлыҡ белдереүселәр. Полигон төҙөлһә, тирә-яҡ мөхит бысраныр, ергә хаҡтар төшөр тигән ҡарашта улар.

Урындағы халыҡты аңларға була, шулай ҙа йылдар буйы ер өҫтөндә йәйелеп ятҡан сүплектәр менән дә көрәш юлдарын барларға кәрәк. Ни тиһәң дә, сүп-сар эшкәртеү - табыш сығанағы ла. Әлегә был тармаҡ республикала үҫеш алмаған. Бының өсөн инвесторҙар кәрәк. Яңы комплекс муниципаль-ара бәйләнештәрҙе лә нығытасаҡ.

Рөхсәт ителмәгән урындарҙа ятҡан сүп-сар экологияға кире йоғонто яһай. Иглин районында яңы комплекс Өфө зонаһындағы сүплектәр юҡҡа сығарыр тип көтөлә. Көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе завод менән полигон юғары экологик стандарттар буйынса төҙөләсәк, ти белгестәр.

Өфө зонаһында был проект ике йылдан һуң эшләй башларға тейеш. Тимәк, киләсәктә республика сүп-сарҙан да килем аласаҡ.

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын төҙөү буйынса әлегә Иглин районында ҡыҙыу бәхәстәр бара. Шулай ҙа уртаҡ килешеүгә килерҙәр, бәлки. Сөнки берҙәм көс менән генә тирә-яҡ мөхиттә таҙалыҡ һәм тәртип урынлаштырырға мөмкин. Мәҙәниәтле булырға өндәгән социаль рекламалар ҙа был һүҙҙәрҙе дәлилләй.

Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку