Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа... 26.12.2014

Республикала яуым төшөм күбәйеүе сәбәпле, юлдарҙы ҡар баҫты. Шуға ла коммуналь хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә  көсөргәнешле режимда эшләргә мәжбүр. Бөгөн Өфө урамдарының ҡарҙан таҙартылыуын тикшерергә баш ҡала хакимиәте ағзалары рейдҡа сыҡты.

Өфөнөң Совет районы торлаҡ-коммуналь хужалығы етәксеһе, ойошмаларҙың үҙ майҙандарын ҡарҙан таҙартмауҙарына ризаһыҙлыҡ белдерә. Иртәнге һигеҙҙән һуң уларҙың биләмәһендә ҡар ятырға тейеш түгел.
Ҡағиҙәләрҙе боҙоусы ойошмаларға ун мең һумға тиклем штраф һалына. Был мәсьәлә менән махсус ведомство шөғөлләнә. Муниципалитет ҡаланың 30 процентын таҙарта. Ә йорт ихаталары өсөн идарасы ойошмалар яуаплы.
Ҡарҙы таҙартырға юл ситендәге машиналар ҡамасаулай.Күптәр парковка ҡағиҙәләрен боҙғанлыҡтан, автомобилдәр бер нисә рәткә теҙелеп китә. Был проблема бигерәк тә ихаталарҙа киҫкен тора. Шуға ла йорт хужалары көрәктәр алып, ҡарҙы үҙҙәре таҙартырға мәжбүр...
Бындай хәлдәр теркәлгәндә юл хәүефһеҙлеге инспекторҙары  ярҙамға килә. Улар парковка ҡағиҙәләрен боҙоусы автоһәүәҫкәрҙәрҙең машиналарын эвакуациялай. Был эштәр, иң тәүҙә, халыҡ өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыуға йүнәтелгән.
Илдар Ихсанов, Өфө ҡалаһы буйынса ЮХХДИ бүлексәһенең пропаганда бүлексәһенең пропаганда бүлеге етәксеһе: «Водителдәргә ҡарҙы таҙартҡан ваҡытта  парковка ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа кәңәш итәм. Ҡышын машиналарында йөрөмәүселәргә транспорттарын ҡайҙа етте шунда ҡалдырырға ярамай. Ҡағиҙә боҙоусыларҙың барыһына  ла штраф һаласаҡбыҙ».
Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙа етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел әлбиттә. Көн һайын ҡала урамдарын ҡар баҫҡанлыҡтан, юл фажиғәләре һаны ла арта. Автоһәүәҫкәрҙәр күңелһеҙ осраҡтарҙың барлыҡҡа килеүенең сәбәбен тап ошонан күрә. Шуға ла руль артындағыларға яуаплы ойошмалар менән  уртаҡ тел табырға кәңәш ителә.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика