Өсөнсө быуын университетының сираттағы сығарылышына сертификат тапшырылды

Өсөнсө быуын университетының сираттағы сығарылышына  сертификат тапшырылды 31.01.2015

Дүрт айлыҡ курстарҙа улар психология, инглиз теле, компьютер оҫталығы, медицина нигеҙҙәре, дауалау физкультураһы менән шөғөлләнә.

Сертификат алыуға пенсионерҙарҙың иң яуаплылары ғына өлгәшкән тиергә  була. Сөнки дәрестәрҙе ҡалдырырға ярамай. Университет етәкселеге күҙ уңында тотҡан төп талаптарҙың береһе ошо. Бөгөн мәҫәлән, лекцияларға йөрөмәгән 20 кеше сертификатһыҙ ҡалды.
«Өсөнсө быуын» университеты студенттары белем алып ҡына ҡалмай,  йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел пенсионерҙар йәштәр менән берлектә сәләмәт тормошто пропагандалаған проект тәҡдим иткән. Башланғыс хатта, Рәсәй Президенты гранты менән билдәләнгән. Пенсионерҙарға  «Газель» биреләсәк. Был университеттың кәрәкле булыуын йәнә иҫбатлай.
Пенсионерҙар университеты дүрт йыл эшләп килә. Уны 400-ҙән ашыу кеше тамамлаған. Ә уҡырға теләк белдереүселәр арта ғына. Февралдә башланасаҡ курстарға  170 кеше яҙылған да инде. Шуға ла университет етәкселеге белем биреү базаһын үҫтереү тураһында уйлай.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку