Сәнәғәт альпинисы Артем Савиновтың ҡолап төшөүендә ғәйепләнеүсе ҡулға алынды 18.03.2015

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡалалағы йорттарҙың береһенең фасадын ремонтлап йөрөгән саҡта юғары ҡатта йәшәүсе эшсенең хәүефһеҙлек арҡанын ҡырҡа. Һөҙөмтәлә ул дауаханаға эләгә. Осраҡ буйынса тикшереү дауам итә.

Әлбиттә, был ни бары шаярыу ғына. Ҡыҙғанысҡа, йәнһүрәткә оҡшаш аяныслы хәл  баш ҡалала теркәлде. Өфөнөң Аксаков урамындағы 7-се йортта ремонт эштәре ваҡытында Артем Савинов өсөнсө ҡаттан ҡолап төштө.
Һөҙөмтәлә арҡанды ҡырҡыусы фатирында йәшенә. Тиҙ ярҙамды хеҙмәттәштәре саҡырта. Ир госпиталгә оҙатыла. Медицина тикшереүе уның  имгәнеүен, умыртҡа һөйәге һыныуын дәлилләй.
Сәнәғәт альпинистары өсөн баш ҡалала махсус үҙәк тә бар. Бейектә эшләүселәр 11 сәғәтлек теоретик һәм практик белем ала. Улар һөнәрҙең бар нескәлеген өйрәнә. Юғарыла иҫен юғалтҡан кешене аҫҡа төшөрөү, арҡан менән эш итә белеү һәм башҡалар... Әммә көндәлек тормошта йыш ҡына ҡағиҙәлә яҙылғанса килеп сыҡмай. Сәнәғәт альпинисы һөнәре хәүеф буйынса өсөнсө урынды биләй. Сөнки эш мәлендә бәхетһеҙ осраҡтар  ысынлап та, йыш теркәлә.
Белгестәр альпинистарҙы юҡҡа ғына каскадер, цирк акробаттары менән сағыштырмай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бәхетһеҙ осраҡтар яҙ айҙарында күп күҙәтелә. Ғәҙәттә, ҡазаланыуға бейектә эшләүселәрҙең  хәүефһеҙлек техникаһын теүәл үтәмәүе, эш биреүселәрҙең хеҙмәткәрҙәренең именлегенә яуапһыҙ ҡарауы сәбәпсе.
Светлана Черкасова, «Профсервис» уҡыу үҙәге директоры: «Яуаплы кешеләр йыш ҡына хеҙмәткәрҙәренә хәүефһеҙ эш шарттары булдырыу, уларҙы һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү кәрәклеге хаҡында онота. Эш биреүсе хеҙмәткәрҙе лицензияһы булған махсус үҙәктә уҡытырға бурыслы. Әлбиттә, ул теориянан тыш, практик тәжрибә лә алырға тейеш».
Ни тиһәң дә, бейеклеккә үрмәләү арҡан тарттың да мендең дә киттең тигәнде аңлатмай. Ә һәр сәнәғәт алпинисы махсус әҙерлек дәресе үтә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренән башта каска һәм ике арҡан: береһе хәрәкәт итеүгә, икенсеһе хәүефһеҙлек өсөн.
Сәнәғәт альпинисының арҡанын өҙөүҙә ғәйепләнеүсе ҡулға алынды. Осраҡ буйынса тикшереү  бара. Хоҡуҡ һағындағылар фекеренсә, ир был ҡылығы өсөн яуап бирәсәк. Зыян күреүсе сығымдарын ҡайтарыу өсөн судҡа мөрәжәғәт итә ала. Әммә Артем Савиновтың хөкөм ҡарарын, компенсация түләнә башлауын көтөргә ваҡыты юҡ. Сөнки  ғаилә башлығы яңғыҙы эшләй, ҡатыны, ике йәшлек балаһы бар. Әле уға Өфөнөң Киров районына ҡараған идарасы компания ярҙам  вәғәҙә итә. Шулай ҙа Артем Савинов дауаханан тиҙерәк сығып тиҙерәк эшкә сығырға уйлай.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика