Әсәләрҙе хөрмәтләп

Әсәләрҙе хөрмәтләп 27.11.2015

Республикала һуңғы 17 йыл эсендә 7 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылған.  «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Әсә көнөнә арналған тантана үтте. Күркәм  йоланы дауам итеп, тиҫтәнән ашыу ҡатын-ҡыҙ юғары наградаға лайыҡ булды.

Бүләкләнеүсе әсәләрҙең һәр береһе биш һәм унан дә күберәк бала тәрбиәләй. Улар араһында йәштәр ҙә, инде үҙ балаларын үҫтереп, хәҙер ейәндәрен тәрбиәләүселәр ҙә бар. Изге йөрәкле гүзәл заттарҙың ҡайһы берәүҙәре тәрбиәгә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы алған. Ауыр тормош хәлендә  ҡалған кескәйҙәрҙе үҫтереп кеше итеп ҡатын-ҡыҙҙар оло батырлыҡ күрһәтә. Концерт алдынан герой әсәләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. Шулай уҡ уларға бушлай прическа, макияж эшләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку