«Сәләм, студент!» 01.09.2014

Йылдағыса Белем көнө уңайынан радио хеҙмәткәрҙәре Салауат Юлаев майҙанында ҙур байрам ойошторҙо.

«Юлдаш» каналы алып барыусыларының Салауат Юлаев майҙаны уртаһында һыуыҡ һыуға ҡойоноуҙарына ҡарау байрамдың үҙе бер биҙәге ине. Был Бөтә Донъя мәрхәмәт флешмобы сиктәрендә үтте. Эстафетаны бөгөн иртән «Сәләм» тапшырыуы хеҙмәткәрҙәре тапшырғайны.
Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығышы майҙанға килеүселәрҙе битараф ҡалдырманы. Сара йәйге каникулдарҙан һуң белемгә һыуһап килгән студенттар, дуҫтар осрашыуына әйләнде. Байрамда йыр-моң күңелле уйындарға үрелеп барҙы. Еңеүселәргә бағыусылар әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.
Юлдаштарҙың тағы бер яңылығы - бөгөндән яңы «Юлдаш плюс» радиоһы үҙ эшен башланы. Был юлы ул ФМ йышлыҡтарҙа түгел, ә Интернет селтәрендә. Был радиоканал даирәһен тағы ла киңәйтергә булышлыҡ итәсәк, тигән һүҙ.
«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының тормоштағы һәр күренешкә, һәр ваҡиғаға үҙ ҡарашы бар. «Беҙ бергә» акцияһы - быға асыҡ миҫал. Белем көнө айҡанлы оло байрам ойоштороп, «Юлдаш» каналы тыңлаусыларға тоғролоғон тағы ла бер ҡабат иҫбатланы.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика