Әсә исемен данлап

Әсә исемен данлап 28.11.2014

Башҡортостанда һуңғы 16 йыл эсендә 7 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙға  «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылған. Бөгөн рус драма театрында Әсә көнөнә бағышланған тантана үтте. Күркәм  йоланы дауам итеп,  тағы ла тиҫтәнән ашыу ҡатын-ҡыҙ юғары исемгә лайыҡ булды.

Дәүләт наградаһы менән бүләкләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһе биш һәм унан дә күберәк бала тәрбиәләй. Күп балалы әсәләр араһында йәштәр ҙә, инде үҙ балаларын үҫтереп, хәҙер ейәндәрен тәрбиәләүселәр ҙә бар.
Данлыҡлы әсәләр араһында тәрбиәгә балалар йортонан  улдар һәм ҡыҙҙар  алыусылар ҙа бар. Ауыр тормош хәлендә  ҡалған кескәйҙәрҙе үҙ ҡаанты аҫтына алып, ҡатын-ҡыҙҙар ҙур батырлыҡ күрһәтә.
Дәүләт тарафынан күп балалы ғаиләләргә 30-ҙан ашыу социаль ярҙам төрө күрһәтелә. Бынан тыш, Дәүләт Думаһында Совет осоронда булдырылған «Герой әсә» миҙалын ҡайтанан тергеҙеү мәсьәләһе ҡарала. Закон проектына ярашлы, 10 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе әсәләр 5 миллион һум күләмендә пособие аласаҡ.  Күп балалалы ата-әсәләргә шулай уҡ «Хеҙмәт ветераны» исемен биреү тураһында ла һүҙ бара.
Рәсәйҙә Әсә көнө 1998 йылда барлыҡҡа килә. Ә бөтә донъя кимәлендә ҡарағанда, ҡайһы бер сит илдәрҙә Әсә көнө 15 быуатта уҡ байрам булараҡ билдәләнә башлай. Күп илдәрҙең ошо көнгә бағышланған үҙенсәлекле ғөрөф-ғәҙәттәре лә бар. Мәҫәлән, Америка Ҡушма штаттарында һәм Австрияла әсә көнөндә балалар ҡәнәфер сәскәләрен тағып йөрөй.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика