Өс-Д принтер, робот-кракодил, тылсымлы шар һәм мәңгелек двигатель

Өс-Д принтер, робот-кракодил, тылсымлы шар һәм мәңгелек двигатель 12.09.2014

Баш ҡалала фән фестивале үтте. Байрамда ҡатнашыусыларға ысын мәғәнәһендә фәнгә ҡағылыу мөмкинлеге бирелде. Сараның маҡсаты ла үҫмерҙәрҙе  юғары ғилемгә ылыҡтырыу. Балалар химия эксперименттарында ҡатнаша, физика закондарын сисә алды.

Кешенең ДНК-һын билдәләү хәҙер инде күптән яңылыҡ түгел. Әммә беребеҙҙең дә гендар кимәлендә үҙебеҙ тураһында мәғлүмәт алғаныбыҙ юҡ. Фәндәр фестивалендә был мөмкинлек һәр береһенә бирелде. Белгестәр заманса технологиялар ярҙамында ни бары 40 минут эсендә кешенең ДНК-һын асыҡлап бирҙе.
Әлбиттә,  кеше тураһында тулы мәғлүмәт туплау өсөн был ғына  ваҡыт етмәй. ДНК-ның структураһын тулыһынса тикшереү өсөн аҙналар талап ителә. Ләкин фестивалдең дә маҡсаты кеше тураһында мәғлүмәт туплау түгел, ә фәнгә йәштәрҙе ылыҡтырыу.
Фән фестивале бер нисә урында ойошторолдо. Бер ерҙә балаларҙы биохимиктар ҡаршы алһа, икенсеһендә физиктар. Мауыҡтырғыс фәндәр театры ла сарала ҡатнашыусыларҙың яратҡан урынына әйләнде. Сараға килеүселәр һуңғы арала шау-шыу тыуҙырған Өс-Д принтерҙы ла үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Тиҙ арала төрлө уйынсыҡтар баҫтырып биргән ҡоролма буласаҡ ғалимдарҙы  хайран ҡалдырҙы. Хәйер, ҡыҙыҡһыныусан күҙҙәр һәр ерҙә лә мауыҡтырғыс фән өлгөһө таба алды.
Фестиваль күргәҙмәһенең шаҡтай ҙур өлөшөн һәләтле балаларҙың үҙҙәре етештергән эш өлгөләре биләй. Инновация алымдары булмаһа ла үҙ йөрөшлө роботтар, төрлө осоу ҡоролмалары һәм башҡа әйберҙәрҙе күреп фәндең киләсәге өмөтлө ҡулдарҙа икәнлегенә ышанаһың.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку