Руль артында гүзәл заттарҙы күреү ғәҙәти күренешкә әйләнһә лә, автобустарҙа ҡатын-ҡыҙ водителдәр һирәк осрай 11.07.2015

Ир-ат һөнәрен һайлаусыларҙың береһе Нефтекама ҡалаһында йәшәй.

Руль артында ултырыусы Лидия Иванованы пассажирҙар ҙа, водителдәр ҙә иғтибарһыҙ ҡалдырмай.  Ҙур машиналар менән ҡатын бала саҡтан ҡыҙыҡһынған. Атаһы уны трактор йөрөтөргә лә өйрәткән. Автобусҡа Лидия ханым яңыраҡ ултырған. Быға тиклем  балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләгән ҡатын, яңы һөнәр ярҙамында матди ҡыйынлыҡтарҙан арынырға теләй.
Лидия Иванова,  маршрут автобусы водителе:  «Тормош иптәшем мәрхүм булғас, ял  көндәрендә үҙемде әҙ генә булһа ла йыуатыр өсөн,  кондуктор булып эшкә сыға башланым.  Оҡшап киткәс,  йылдан ашыу кондуктор булдым. Һуңынан ғаилә хәле буйынса эштән китергә тура килде. Әле тағы «Башавтотранс»ҡа саҡырҙылар».
Автобусҡа ултырыу өсөн  Лидия Иванова махсус водителдәр курсы тамамлай. Ҡатын ике ай буйы эшләй ҙә уҡый ҙа. Хәҙер инде ул тормошоноң яңы битен асҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика