Руль артына яңы ултырыусы водителдәрҙең хоҡуҡтары сикләнәсәк

Руль артына яңы ултырыусы водителдәрҙең хоҡуҡтары сикләнәсәк 23.01.2015

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы юл йөрөү ҡағиҙәләренә төҙәтмәләр әҙерләгән

Үҙгәрештәргә ярашлы, водитель стажы ике йылға тулмаусыларға машинаны буксирға алыу, мотоциклда ултырған пассажирҙарҙы күсереү һәм ауыр йөк тейәгән транспорт сараларын йөрөтөү тыйыла. Билдәләнеүенсә, юл осраҡтарының һәр өсөнсөһө тәжрибәһеҙ водителдәр арҡаһында теркәлә. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн Рәсәйҙә 2011 йылдан автомәктәптәрҙе үҙгәртеп ҡороу тураһында һүҙ бара.  Атап әйткәндә, водителдәрҙе әҙерләү программалары камиллаштырылды, водитель таныҡлығы алыу процесы ла ҡатмарлаштырылды. Әлегә йәш водителдәр автомобиль тәҙрәһенә ҡуйылған өндәү билдәле һары билдә менән йөрөй. Юл ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр Хөкүмәт ҡарары менән раҫланырға тейеш. Йәмәғәтселектең төҙәтмәләр буйынса фекер алышыуы февраль аҙағына тиклем дауам итә. Уларҙы regulation.gov.ru.  сайтында табырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку