РСФСР-ҙың, СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Тимерғәле Арыҫланғәлин һикһән йәшлек юбилейы айҡанлы Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтан ҡотлау телеграммаһы алды

РСФСР-ҙың, СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Тимерғәле Арыҫланғәлин һикһән йәшлек юбилейы айҡанлы Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтан  ҡотлау телеграммаһы алды 22.01.2015

Оло йәштәге уҙаман  хеҙмәт юлын балаларға белем биреүгә, райондың мәғариф системаһын үҫтереүгә арнай, партия һәм йәмәғәт эштәренең әүҙем ағзаһы була. Юбилейы алдынан уға район советының «Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәт иткән өсөн» билдәһе лә тапшырыла.

Агроном булырға хыялланған, әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса уҡытыусы булып киткән Тимерғәле Арыҫланғәлин һайлаған һөнәренә һәр саҡ тоғро ҡала. Теүәл фәндәрҙе яҡшы белгән уҡыусыны мөғәллим булырға уҡытыусыһы өгөтләй.
Сығышы менән сит райондан булһа ла Баймаҡ уның икенсе тыуған яғына, ерегеп йәшәп киткән төбәгенә әйләнә. Ошонда балалары донъяға килә, үҙен белгес булараҡ  таба, юғары уңыштарға өлгәшә. Синыфташы, аҙаҡтан дүрт йыл студент һурпаһын бергә татыған яҡташы Минира тормош юлдашына эйәреп Баймаҡҡа  килә. Йәш белгестәр Түбә ҡасабаһында эш башлай.
Уҡытҡан йылдарын Тимерғәле Абдрахман улы яҡшы хәтирәләр менән иҫкә ала. Уңышһыҙлыҡтарҙан еңеүҙәр күберәк. Шулар рухландыра. Тормошта үҙ юлын тапҡан уҡыусыларының уңыштары һөйөндөрә.  Маҡтаулы исемдәре, наградалары һөҙөмтәле эштең төп дәлиле. Тимерғәле Арыҫләнғәлин «Баймаҡ энциклопедия»һына ҡыҙы Гүзәл менән бергә индерелгән. Ата-әсәһенең юлын һайлаған ҡыҙҙары ла һөнәрендә юғары уңыштарға өлгәшә.
Минира Ғәләүетдин ҡыҙы менән улар 57 йыл бергә донъя көтә. Бер-береһенә «аҡҡош тоғролоғо» һаҡлаған парҙар дүрт балаға ғүмер биргәндәр. Ике бала юғалтыу ҡайғыһын да бергә кисергәндәр.
Юбиляр бөгөн дә ил, ғаилә  хәстәренә күмелеп йәшәй. Ветерандар советы йомошона ла өлгөрә, кинйә ҡыҙы менән кейәүенең йортон һалышыуға ла өлөш индерә. Һоҡланғыс кеше Тимерғәле Абдрахман улы, ысын мәғәнәһендә Баймаҡ районының өлгөлө гражданины тип әйтергә тулы нигеҙ бар..

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку