Роза Ғәлимйән ҡыҙы Мусина менән Әмир Ғабдрахман улы Шамаевтың исемен ишетмәгән кеше республикала һирәктер

Роза Ғәлимйән ҡыҙы Мусина менән Әмир Ғабдрахман улы Шамаевтың исемен ишетмәгән кеше республикала һирәктер 04.07.2015

Ғүмерҙәрен һаулыҡ һағында, кеше ғүмере өсөн көрәшеп үткәргән табиптарҙы күптәр ерҙәге фәрештәләр менән сағыштыра. Профессор, академик, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина һәм иҡтисад фәндәре  докторы  дәрәжәһенә күтәрелгән Әмир Ғабдрахман улы менән медицина фәндәре кандидаты, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдыңғыһы, юғары категориялы табип Роза Ғәлимйән ҡыҙы гәүһәр туйҙарын билдәләне.

Әмир Ғабрахман улы табип булырға  үҫмер саҡта уҡ ҡарар итә. Медицина университетында уҡыған йылдарында тормош иптәше Роза Ғәлимйән ҡыҙын осрата. Тормош иптәшем уңышҡа, юғары дәрәжәләргә ирешеүҙә ныҡлы терәк булды тип билдәләй ғаилә башлығы.
Әмир Ғабрахман улы менән Роза Ғәлимйән ҡыҙы  һөнәр оҫталары ғына түгел, өлгөлө ата-әсәй ҙә. Ҡыҙҙары Әлфиә менән улдары Роберт та ата-әсәһенең исеменә тап төшөрмәй, республикаға кәрәкле кеше булып үҫә. Ҡыҙҙары ата-әсәһе табип һөнәрен үҙләштерһә, улдары техник йүнәлеште һайлаған. Үҙҙәренең оҙаҡ йәшәү серен юбилярҙар ҡымыҙға бәйләй. Әмир Ғабдрахман улы үҙенең диссертацияһын да башҡорт халҡының милли эсемлегенә арнаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика