Роман Рәхмәтуллинға ярҙам кәрәк

Роман Рәхмәтуллинға ярҙам кәрәк 23.07.2014

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектәге проекты дауам итә. Туймазы районының Дуҫлыҡ ауылында йәшәүсе малайға 11 айлыҡ сағында церебраль фалиж диагнозы ҡуйыла, ләкин бының менән ауырлыҡтар бөтмәй, табиптар 5 йәшлек Романдың ишетмәүен асыҡлай.

9 йәшлек Рома тәүге үҙ аллы аҙымдарын ярты йыл элек кенә баҫҡан. Церебраль фалиж диагнозы ҡуйылған малайға бының өсөн бик күп көс һалырға тура килә, буш ваҡытын ул хәҙер тренажерҙа үткәрергә мәжбүр. Романдың яман сиргә дусар булғанын табиптар уға 6 ай булған саҡта асыҡлай, ләкин бәлә бының менән генә бөтмәй.Марина Рәхмәтуллина, Романдың әсәһе: «Фалиж диагнозы күптән ҡуйылғас уның менән йәшәргә өйрәндек тиһәң дә була. Яман ауырыу булыуына ҡарамаҫтан ыңғай үҙгәрештәр ҙә бар ине, ә бына Романдың ишетмәгәнен белгәс аптырап ҡалдыҡ, хәҙер беҙгә был кәртәне лә үтеп сығырға кәрәк». Әсәһе өндәшеүен Рома бары тик ишетеү апппараты ярҙамында ғына тоя, малай хәҙер бер аҙ уҡырға, яҙырға ла өйрәнгән. Ҡыҙғанысҡа, ғаиләлә бер генә аппарат бар, уныһы ла иҫке, йыш боҙола, уның тауыш ҡабул итеү һәләте лә түбән. Шуға ла Романың һөйләшергә өйрәнеүе лә тотҡарлана. Балаһына ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә теләгән Марина эшен ташлап үҙен тулыһынса Ромаға бағышлыған. Уҡыу һәм үҫешеү процесын артабан дауам итеү өсөн Ромаға заманса ишетеү аппараты талап ителә, ләкин 120 мең һум торған ҡоролма алыу ғаиләнең хәленән килмәй. Рәхмәтуллиндар кеше ҡайғыһына битараф булмағандарға өмөт итә. Ромаға һөйләшергә, уҡырға өйрәнергә ярҙам итер өсөн 5541 номерына ДЕТИ һүҙен ебәрергә кәрәк. СМС хәбәр хаҡы 75 һум. Тик шул ваҡытта тырыш, киң күңелле Рома үҙе өсөн тауышҡа бай яңы донъя аса аласаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку