Әрмегә  водитель таныҡлығы менән! 12.02.2016

Хәйбулла районының ДОСААФ мәктәбендә йыл һайын 50 курсант илдең Хәрби көстәр министрлығы ҡарары  нигеҙендә бушлай белем ала.  Хәрби водителдәрҙе әҙерләү көҙгө һәм яҙғы  саҡырылыш алдынан үткәрелә.

«Урал»  менән идара итеүсе еңел генә бирелмәй. Руль артындағы егет  тиҙҙән хәрби хеҙмәткә алынасаҡ  Уға әҙерлек  алдан башланған. Әле курсант  Хәйбулла районының ДОСААФ  мәктәбендә водитель таныҡлығына уҡый. Улар араһында мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа бар. Бөтәһе лә  хәрби водитель булыу теләге менән яна.
Динислам Молҡаманов,  курсант: «Өс айҙан ашыу өйрәнәм. Тәүҙә ауыр ине. Ҡуҙғалып китеп төрлө күнекмәләр яһау ҡатмарлы булды. Хәҙер яҡшы килеп сыға».
Илназ Һөйөндөков, курсант: «Юл ҡағиҙәләрен, автомобиль төҙөлөшөн өйрәнәбеҙ. «Урал»ға идара итергә күнектем инде».
«С» категориялы  водителдәрҙе әҙерләү илдең  Хәрби көстәр министрлығы ҡарары буйынса башҡарыла. Уҡыу ведомство ҡаҙнаһынан түләнә. Өс ай дауамында егеттәр теорияны үҙләштерә, практикала һынауҙар үтә.
Фаил Юлдашбаев, ДОСААФ мәктәбе етәксеһе: «Егеттәр әрмегә алынғас та беҙҙең менән бәйләнеште өҙмәй. Мәктәптә белем алған һәр курсанттың водитель таныҡлығы алыуы өсөн тырышабыҙ».
Өс айлыҡ курс үҙенә юл ҡағиҙәләрен, автомобилдәрҙең төҙөлөшөн үҙләштереүҙе, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүҙе һәм машина йөрөтөргә өйрәтеүҙе  үҙ эсенә ала. Урал аръяғында ул  Интерактив автомәктәп программаһы буйынса белем биреүсе берҙән-бер мәктәп.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика