Республиканың юғары суд бинаһына рөхсәтһеҙ атыу ҡоралы алып инергә маташыусы ҡулға алынды

Республиканың юғары суд бинаһына рөхсәтһеҙ атыу ҡоралы алып инергә маташыусы ҡулға алынды 08.08.2014

Суд приставтарының уяулығы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итә белеүҙәре генә бәхетһеҙ осраҡтан аралап ҡалды. Юғары суд бинаһында үткән күнекмәләр сценарийы көтөлмәгән хәлдәрҙә хоҡуҡ һаҡлау ведомстволарының берҙәм эш итә алыу мөмкинлектәрен асыҡланы.

Суд  хәүефһеҙлеген тәьмин итеү - суд приставтарының төп эшмәкәрле. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә мөһим документтарҙы һаҡлап ҡалыу, халыҡ именлеген тәьмин итеү, хөкөм ителеүселәрҙе оҙатып йөрөү ҙә уларҙың иңенә йөкмәтелгән. Суд эшмәкәрлегендә көтөлмәгән хәлдәр йыш күҙәтелә. Приставтар ниндәй генә штаттан тыш ваҡиға булмаһын, башҡа хеҙмәттәр менән ойошҡан рәүештә эш итергә һәм тәртип һаҡларға бурыслы.  Күнекмәләр барышында хеҙмәткәрҙәр янғын ваҡытында, бинаға ҡорал алып инергә маташыу осраҡтарында һәм суд ултырышы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү эшендә яңы алымдар өйрәнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку