Республиканың һынлы сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе

Республиканың һынлы сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе 07.03.2015

75 йәшендә Башҡортостандың халыҡ рәссамы , Рәсәйҙең рәссамдар берлеге ағзаһы Зөфәр Ғаянов арабыҙҙан китте. Зөфәр Ғаян улы 1941 йылдың 14 майында Балтас районының Һәйтәк ауылында донъяға килгән.

Ул Мәскәү өлкә художество учлищеһы һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң 1987 йылға тиклем башҡорт дәүләт художество музейы директоры була. Зөфәр Ғаянов үҙ эштәрендә  фигура һәм предмедтарҙы реалистик стилистикала һүрәтләп, һыҙыҡтарға өҫтөнлөк бирә, арауыҡты күп планлы итеп күрһәтеп  композияциялар эшләй, романтик йүнәлеш алған ғәҙәти тормош темаларына мөрәжәғәт итә.  Уның эштәре бик күп күргәҙмәләрҙә урын ала. Талантлы рәссам, педагог, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Зөфәр Ғаян улы Ғаянов тураһында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Некрологка Башҡортостан башлығы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе, мәҙәниәт министры һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡул ҡуйған. Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүәләт художество музейында көндөҙгө сәғәт берҙә башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку