Республиканың төп тепеканалы үҙенең мөмкинлектәрен иҫбатланы 22.02.2017

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалы конкурста еңеп, төбәктең һәр кем ҡарай алырлыҡ мотлаҡ каналы статусын алды.

Мәскәүҙә  Роскомнадзор федераль хеҙмәтендә Рәсәй Федерацияһының мотлаҡ каналдарын һайлап алыу буйынса конкурс комиссияһы ултырышы тамамланды. Башҡортостан юлдаш телеканалынан тыш, конкурста «Вся Уфа», РБК ТВ һәм «Туған тел» каналдары ла ҡатнашты.  Уларҙың барыһы менән дә танышҡандан һуң, эксперт комиссияһы Башҡортостан юлдаш телеканалына туҡталды.  
Башҡортостан юлдаш телеканалы өсөн конкурста еңеү һанлы мультиплекста урын яулауға тағы бер аҙым яһауҙы  ла аңлата. Кабель селтәрендәге 21-се кнопка бер үк ваҡытта телеканалдың төбәктә һәр кем ҡарай алырҙай мотлаҡ телеканал булып танылыуын дәлилләне. Федераль закондағы төҙәтмәләргә ярашлы, кабель телевидениеһы операторы төбәк телеканалына 21-се кнопкала урын бирергә тейеш. Был кнопка милли телепрограммалары 75 проценттан кәм булмаған телеканалдарға бирелә. Шулай итеп тамашасы уникаль төбәк контентын ҡарауға гарантия ала. Бөгөн үткән конкурс Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарының уртаҡ тырышлығы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика