Республиканың төп телеканалында  Башҡортостандың 100 шәхесе өсөн тауыш биреү тамамланды 01.02.2017

Проект сиктәрендә  республика үҫешенә тос өлөш индереүсе 100 ватандашыбыҙ асыҡланды.

Былтыр 4 ноябрҙә старт алған проекттың тәүге этабында тамашасы күҙлегенән төбәк тарихында мөһим урын алып торған шәхестәрҙең дөйөм исемлеге билдәләнде. Анкеталар Башҡортостан юлдаш телеканалының сайтында тултырылды. Артабан, положениеға ярашлы, махсус комиссия был исемлектән 200 кешене һайлап алды. Интернет тауыш биреү 24  декабрҙә башланды. 100 шәхес исемлегенә улар араһынан  иң күп тауыш йыйыусылар инде. Республиканың 100 йыллығы алдынан был шәхестәрҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында документаль фильмдар төшөрөү күҙаллана.  100 шәхес исемлеге менән  Башҡортостан юлдаш телеканалы сайтында танышырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика