Республиканың төп телеканалы эфирында сыҡҡан «Башҡорттар» тапшырыуына биш йыл 08.04.2016

Бөтә донъяла йәшәүсе милләттәштәребеҙ тормошон, проблемаларҙы яҡтыртҡан, аныҡ дәлилдәрҙе асып һалған проект  2011 йылдың 8 апрелендә эш башлай. Тәүге яҙма Һамар өлкәһенән әҙерләнә.

Әйткәндәй, проект бығаса эфирға сыҡҡан «Йәдкәр» тапшырыуының дауамы ла булып тора. Биш йыл эсендә «Башҡорттар» проекты Бөтә донъя башҡорттарының көнитмешен яҡтырта. Үҙ эшен яратып башҡарған көслө журналистар тарафынан эфирға йөҙҙәрсә яҙма әҙерләнә. Скайп аша студия менән тура элемтә лә булдырыла. Сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ әле лә бәйләнеште өҙмәй, тапшырыу аша республикабыҙ тормошо, милләт киләсәге менән хәбәрҙар булып йәшәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика