Республиканың төньяҡ-көнбайышында дауылдан зыян күреүселәргә бөгөн бер тапҡыр түләнә торған аҡсала ярҙам таратыла башланы 11.09.2014

Исемлектә ике меңләп кеше иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһе бишәр мең һум аҡса аласаҡ.

Тәбиғәт ғәрәсәтендә һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә икешәр миллион һум бүленгән. Төбәктә әле төҙөкләндереү эштәре тулы ҡеүәтенә бара. Ҡыйыҡ, ишек һәм тәҙрәләр яңыртыла. Краснокама һәм Яңауыл райондарында 243 йорт төҙөкләндерелгән. Төбәктә барлығы 400 йортто төҙөкләндереү бурысы тора. Объекттарҙың һәр береһенә төҙөлөш ойошмалары беркетелгән. Бынан тыш, республика халҡы ла дауылдан зыян күреүселәргә ярҙам ҡулы һуҙа.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика