Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, майҙа Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә өс көн ял көтә

Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, майҙа Башҡортостанда йәшәүселәрҙе  өҫтәмә өс көн ял көтә 03.04.2015

Байрамдар уңайынан, 1, 2, 3, 4, 9, 10 һәм 11 май ял көндәре тип иғлан ителә. 30 апрелдә һәм 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. 1 май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән 9 май - Еңеү көнө ял һәм байрам көндәре булып тора. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу өсөн 4 ғинуар - йәкшәмбе ялы  4 май, дүшәмбегә күсерелгән. 9 майҙың аҙналыҡ ял көнө шәмбегә тура килеүе сәбәпле, ул 11 майға күсерелә. Рәсәй Хеҙмәт Кодексына ярашлы, 1 һәм 9 май көндәре йыллыҡ отпуск биргәндә календар көндәре иҫәбенә индерелмәй.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку