Республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә бөгөн 587 Украина ҡасағы мөрәжәғәт иткән

Республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә бөгөн  587 Украина ҡасағы мөрәжәғәт иткән 05.08.2014

Әммә әлегә уларҙың дүрт тиҫтә самаһы ғына күңелдәренә ятҡан эш урыны тапҡан. Шулай ҙа яҡын көндәрҙә эшкә урынлашыусылар һаны ла тағы ла артасаҡ, ти белгестәр. Сөнки предприятие һәм ойошмаларҙа вакансиялар етерлек.

Ете йәшлек Тимофей  республикаға  ата-әсәһе менән Луганск өлкәһенән килгән. Уларҙы «Өфө» аэропортынан тура Шишмә районына килтергәндәр. Йәш ғаилә менән бергә Яңауыл ауылындағы ваҡытлыса үҙәккә тағы ла  40-тан ашыу ҡасаҡ урынлаштырылған.  Украина граждандары өсөн элекке мәктәп бинаһында   барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған.
Ваҡытлыса үҙәктә һуғыш ваҡытында йәрәхәт алыусылар ҙа юҡ түгел. Улар ҙа урындағы табиптарҙың даими күҙәтеүенә алынған. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡасаҡтар Башҡортостанда күңел тыныслығы тапҡан һәм улар тыуған ерҙәренә ҡайтырға ашыҡмай.
Ҡасаҡтарҙы эшкә урынлаштырыу иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе. Шуға ла проблеманы хәл итеү өсөн бөгөн районда етди эштәр алып барыла. Атап үткәндә, Украинанан килгән кешеләр менән урындағы ойошма етәкселәре осрашҡан. Улар тәҡдим ителгән вакансиялар тураһында һөйләгән, шулай уҡ ҡайһы бер предприятиеларға экскурсиялар ҙа ойошторолған.  
Эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж айырыуса Әлкә ҡасабаһындағы  предприятиеларҙың береһендә күҙәтелә. Шуға ла  ҡасаҡтарға  автомобилдәр ремонтлау заводы менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирелде. Бында улар тәҡдим ителгән вакансиялар,  эш хаҡы һәм торлаҡ шарттары менән ҡыҙыҡһынды.
Дмитрий Белых, Украина ҡасағы: «Украинала баҡыр заводында эшләнем. Шуға ла ауыр эш мине ҡурҡытмай. Әлкәләге предприятие беренсе күреүҙән үк оҡшаны. Иң мөһиме, бында, ҡатыным өсөн дә эш урыны табырға мөмкин».
Эшкә урынлашырға теләүселәргә предприятие етәкселеге йәшәү урындары ла табырға тырыша. Әлегә бер фатир һәм ятаҡта өс бүлмә әҙерләнгән. Бынан тыш, райондың башҡа ойошмаларында ла эш урындары етерлек, ти төбәк етәкселеге.  Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәрендә әле  587 ҡасаҡ иҫәптә тора. Уларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе бөгөн бар төбәктәрҙә лә әүҙем алып барыла.
Әйтәйек,   Донецк өлкәһенән килгән бер төркөм Мәләүез ҡалаһындағы ВНЗМ предприятиеһына эшкә төшкән.  Тағы ла бер нисә кеше Өфө районындағы «Локомотив» лагерына һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына юлланған. Яҡын көндәрҙә күп кенә башҡа ҡасаҡтар ҙа эш урындары табасаҡ, ти белгестәр.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку