Республиканың Хәрби Дан музейында Рәсәй Геройы  Михаил Калашниковтың ҡорал музейының  күсмә  күргәҙмәһе асылды 25.09.2014

Унда Рәсәй  конструкторы уйлап тапҡан һуғыш ҡоралдары һәм уның тормош юлы менән танышырға мөмкин.

«Александр Невский» хәрби-патриотик клубы ағзалары автоматты бик оҫта һүтеп-йыя, хатта күҙҙәре бәйләнгән килеш тә был эште бер нисә секунд эсендә башҡара. «Легендар Калашников» күсмә күргәҙмәһен асыу тантанаһына килгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, киләсәктә хәрби булырға ҡарар иткән уҡыусылар һәм башҡа ҡунаҡтар был тамашаны ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Музейҙа 96 экспонат ҡуйылған, улар араһында Михаил Калашниковтың шәхси әйберҙәре, архив документтары бар. Ә шулай ҙа иғтибар үҙәгендә - ил тыныслығын һаҡлауҙа ҡулланылған ҡорал.

Данил Горбатов, Өфөнөң 157-се мәктәбенең кадет класы уҡыусыһы: «Калашников автоматты эшләр алдынан күп һалдаттар менән кәңәшләшкән. Бейектән төшһә ватылмай, эҫегә- һыуыҡҡа бирешмәй, һыуға төшһә, боҙолмай торған ҡорал кәрәклеген иҫәпкә алған. Автомат эшләп сығарыла башлағас, уның авторы кем икәнлеген тәүҙә белмәгәндәр. Был сер уҙған быуаттың 80-се йылдарында ғына асылған».

Ҡасандыр шағир булырға хыялланған Михаил армияла үҙен уйлап табыусы итеп танытҡан. Танктың атыу системаһына бик күп үҙгәрештәр индергән. Ә 1941 йылда, һуғышта ҡаты яраланып госпиталгә эләккәс, пистолет-пулемет эшләү идеяһын тормошҡа ашырырға ҡарар итә. Күргәҙмә 19 быуатта Рәсәйҙә ҡорал эшләү тарихы менән таныштыра. Кәштәләргә 19 төрлө һуғыш ҡоралы ҡуйылған.

Дмитрий Беляев, Калашниковтың музей-күргәҙмә комплексы хеҙмәткәре: «Был күсмә күргәҙмәне беҙ 2009 йылда Михаил Тимофеевичтың 90 йәшенә ойошторҙоҡ. Уға тиклем дә Ижауҙа Калашников музейында стационар күргәҙмә бар ине. Тәүге тапҡыр Мәскәүгә барҙыҡ, шунан илдең төрлө төбәктәрендә - Златоуст, Силәбе, Һарытау, Көнъяҡ Сахалин һәм башҡа ҡалаларҙа булдыҡ».

Күргәҙмәнең Өфөлә ойошторолоуы осраҡлы түгел. Михаил Тимофеевич Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә йәшәне, һаулығын нығытыу урыны итеп тә тап республика шифаханаларын һайлай торғайны. Фотоһүрәттәрҙә конструкторҙың ифрат ҡыҙыҡлы һәм бай тормош юлы сағыла. Уның ҡорал яһаусы оҫта кафтаны ла бар. Кейемде уның 90 йәшенә бүләк иткәндәр. Әйткәндәй, бындай кафтан революцияға тиклем ҡорал эшләүҙә оҫталыҡ күрһәтеүселәргә бирелә торған булған, һәм лайыҡлыларҙы император билдәләгән.

Күргәҙмәгә билет хаҡы ололарға - 100, уҡыусылар һәм студенттар өсөн 85 һум. Килеүселәргә Калашников автоматын һүтеп-йыйып ҡарарға һәм иҫтәлеккә фотоға төшөргә рөхсәт ителә. Күргәҙмә 2015 йылдың 27 ғинуарына тиклем эшләй.

Рәмилә Исмәғилева


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика