Республиканың көньяғындараҡ, Баймаҡ районы биләмәләрендә урынлашҡан уникаль тәбиғи һәйкәлдәрҙең береһе Ғәҙелша шарлауығына быйыл илле йыл тула

Республиканың көньяғындараҡ, Баймаҡ районы биләмәләрендә урынлашҡан уникаль тәбиғи һәйкәлдәрҙең береһе Ғәҙелша шарлауығына быйыл  илле йыл тула 01.08.2015

Ул бер мең туғыҙ йөҙ алтмыш бишенсе йылдан БАССР-ҙын Министрҙар Советы тарафынан рәсми һаҡлауға индерелгән.  

Ғәҙелшага яҙ көндәре, айырыуса май айында килгәндәр тәбигәттен ошондай матур күренешенә тап була. Тау ярып сыккан шарлауык таштан аска ургыла.  Бына тәбигәттен хикмәте. Шарлауыктын оҙонлого   егреме метрга етә. Унын тирәләй кырыҫ, әммә хозур тәбигтә. Урман менән капланган горур каялар, эре таштар.  Гәҙелшага ике яклап күтәрелергә мөмкин.  Унын береһе текә һукмактар, икенсеһе иһә килгән туристар өсөн унайлырак. Республиканын башка бик күп истәлекле урындары кеүек Гәҙелшаны күрергә бөтә тарафтарҙан киләләр.
Йәй көндәре шарлауык ҙур булмаган тау йылгаһы булып ага. Уны урындагылар Төйәләс йылгаһы тип йөрөтә. Шуга ла шарлауыктын ике исеме бар. Берәүҙәр уны Төйәләс тиһә, икенселәр якындагы Гәҙелша ауылынын исемен биргән.
Экологтар ҙа бында йыш килә. Сөнки дәүләт тарафынан һакланһа ла, шарлауык билмәләре кешеләр өсөн сикләнмәгән. Уны күрергә генә түгел, ә эргә тирәһендә сүп сар калдырыусылар ҙа табыла. Шарлауык рәсми рәүештә Баймак урмансылыгына караһа ла,  унын анык кына хужаһы юклыгы күренеп тора.
Киләсәктә лә туризмдын бер йүнәлешенә әйләнәсәк Ғәҙелша шарлауығы бөгөн йәмғиәттең яҡлауына һәм һаҡлауына мохтаж.  Ул  илле йыл буйына кешеләрҙе ҡыуандырып торған тәбиғәт мөғжизәһе. Ләкин уға һаҡһыҙ ҡараш шарлауыҡтың артабанғы яҙмышы өсөн борсолорға урын ҡалдыра.
Гөлнур Ишбулатова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку