Республиканың көньяҡ райондары өсөн әһәмиәтле Сибай - Әлмөхәмәт юлы сафҡа инде

Республиканың көньяҡ райондары өсөн әһәмиәтле Сибай - Әлмөхәмәт юлы сафҡа инде 05.12.2014

Быйыл 14 километр араға юл төҙөлөш-ремонт идаралығы хеҙмәткәрҙәре асфальт түшәне. Эш республика бюджетынан бүленгән финанстар иҫәбенә башҡарылды.

2011 йылдың башында Әбйәлилгә сәфәре барышында республика Президенты урындағы халыҡ менән осрашҡайны. Ул ваҡытта күптәр юлдарҙың насар торошта булыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Айырыуса  Әлмөхәмәт - Сибай араһы һәр водитель өсөн  гүр ғазабына әйләнгәйне. Сөнки  асфальттың булмауы  йыш ҡына техникаларың ватылыуына, йә иһә батып ултырыуҙарына килтерҙе.  Шулай  ҙа республика етәксеһе килеп ҡайтҡандан һуң белгестәр юлды проектлауға тотондо. Быйыл иһә Төйәләҫтәлән  Әбйәлил районы сигенә тиклем  14 километр араға  асфальт түшәлде.  
Урал аръяғының баш ҡалаһы тип һаналған Сибайға яҡшы юл юҡлығы  ҙур мәсьәлә булып торҙо.  Төбәктә Әбйәлилдән генә йөҙәрләгән студент белем ала, район халҡы ла йомош менән ҡалаға йыш йөрөй. Хәҙер инде асфальт юл барлыҡҡа килеү менән даими автобус маршруттары ла йөрөй башланы.
Әбйәлил районы менән Сибай ҡалаһын тоташтырған был юлды төҙөкләндереүгә республика бюджетынан 68 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән. Асфальт япмаһының сифаты айырым контролдә тотолған, ҡатламдың, юлдың сифаты лаборатория шарттарында тикшереү үткән.
Сибай - Әлмөхәмәт - Асҡар юлының тулыһынса сафҡа инеүе  ҡала  халҡы өсөн дә отошло буласаҡ. Сөнки улар өсөн Өфөгә илткән  юл бынан ары  50 километрға тиклем ҡыҫҡарасаҡ.  Ә киләһе йылға инде асфальтты Хәлил ауылына тиклем еткереү күҙаллана.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика