Республикала йыл һайын 13-18 мең кеше суррогаттан ағыуланып ғүмере өҙөлә 21.09.2015

23 мең кеше стационарҙа дауалана. Ҡыҙғанысҡа, был һандар үлемесле шыйыҡса һатыусыларҙа бер ниндәй ҙә тойғолар  уятмай. Кире осраҡта асыҡтан-асыҡтан-асыҡ аҙыҡ-түлек кибеттәрендә, киосктарҙа билдәһеҙ спиртлы эсемлектәр һатылмаҫ ине.

Был урамды белореттар «Иҫеректәр кварталы» тип йөрөтә. Ҡала үҙәге булыуға ҡарамаҫтан ысынлап та, ҡырын тейәп алыусылар аҙым һайын. Ҡайҙан аҡса табып эсәләрҙер, тиерһегеҙ. Баҡтиһәң улар ыуыныу өсөн тәғәйенләнгән спиртлы эсемлек ҡуллана. Эскеселәр телендә ул «фанфурик» тип атала. Шыйыҡсаға һорау күп булғанлыҡтан, уны һәр мөйөш һайын тиерлек осратырға мөмкин.
Беҙҙең  шыйыҡса артынан инеү уңышһыҙ тамамланды. Күрәһең, һатыусы үҙ клиенттарын танып бөткән. Спиртлы шыйыҡса хаҡында ла ул ләм-мим. Шулай ҙа ризыҡ араһында фанфурик асыҡтан-асыҡ һатыла.  Белореттар был күренешкә күптән күнеккән. Хатта бик күп һанлы ялыуҙар ҙа бер нимә лә эшләтә алмай, ти. Төшөрөп алырға яратыусылар  был шыйыҡсаның зыяны хаҡында ла яҡшы белә.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы ике йыл эсендә хәмерҙән 33 бала ағыуланып үлгән. Ә дөйөм алғанда алкоголдән йылына ғына 13-18 меңләп кеше  яҡты донъя менән хушлаша. Эселгән хәмер күләме кеше башына ете-туғыҙ литр тура килә.
Халыҡтың күпләп ағыуланыу осраҡтары йәшерен юл менән ситтән индерелгән алкоголгә лә бәйле, ти белгестәр.  Легаль булмаған продукцияға ҡаршы көрәш алып барыла алып барылыуын. Тик бәләкәй аҙымдар менән генә. Сираттағы кибет Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә асыҡланды. "Йүнселдәр" ҡулланылған шешәләрҙе таҙартып  билдәһеҙ спиртлы эсемлектәр ҡойоп һатыу менән шөғөлләнгән.
Кеше ғүмеренә, сәләмәтлегенә хәүеф янауҙан тыш, спиртлы эсемлектәргә акциздарҙың кәмеүенә лә килтерә. Ошо рәүешле быйыл республика 1, 5 миллиард һумға яҡын бюджет аҡсаһын юғалтыуы ихтимал. Лицензияһыҙ һатылған спиртлы эсемлектәр исемлеген әлеге фанфуриктарҙан тыш, көмөшкәгә ҡыуыусылар ҙа биләй. Бынан тыш, 600 миллион тонна тирәһе араҡы ситтән, шул иҫәптән Ҡаҙағстандан индерелә. Рәсми мәғлүмәттәрҙә, алкоголизм республикала кәмей бара тиелә, ләкин суррогат эсеү киреһенсә. Тыйыу мөмкин түгел. Сөнки улар башҡа сара өсөн ҡаралған. Ә «фанфурик» һатыусылар кеше ғүмерен ҡыйыуҙа ғәйепле икәнлеген уйлап та бирмәй.  
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика