Республикала юлдар өсөн иң ауыр осор башланды

Республикала юлдар өсөн иң ауыр осор башланды 04.03.2015

Йылы көндәр һәм һалҡын төндәр асфальт ҡатламының сатнауына килтерә. Быны иҫәпкә алып, оператив рәүештә соҡорҙарҙы ямау бигерәк мөһим. Үткән йылдың тәжрибәһен иҫтә тотоп, быйыл юлдар өсөн яуаплылар эште ике аҙнаға иртәрәк башланы. Бының һөҙөмтәһе булырмы һуң?

16 февралдә Дим биҫтәһенә илткән юлда авария. Ике автомобиль бәрелешеү һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлә. Фажиғә, фараздар буйынса, боҙлауыҡ һөҙөмтәһендә булған. Кемдер быға юл ҡатламы сәбәпсе ти. Билдәле булыуынса, Дим биҫтәһен Өфө менән тоташтырыусы юл тәрән колеяға батҡан, соҡорҙар ҙа етерлек. Аварияларҙың йыш теркәлеүе сәбәпле күптән түгел бында максималь тиҙлек сәғәтенә 40 километрға тиклем сикләнде.
Соҡорҙарҙы ямау насар юлдар проблемаһын тулыһынса хәл итмәһә лә, хәлде еңеләйтә ала ти тармаҡ белгестәре. Көндәр йылыу менән юлдарҙа хәрәкәт сикләнә башлай, бригадалар эшкә тотона. Башта улар соҡорҙарҙы тигеҙләй, уны сүптән таҙарта, артабан асфальт һала.
Рөстәм Рәшитов, Өфө ҡалаһы Дим районының төҙөкләндереү һәм тейешле хәлдә тотоу идаралығы етәксеһе: «Оҙолоғо 60, киңлеге 15 һәм тәрәнлеге 5 сантиметрҙан ҙурыраҡ булған соҡорҙар мотлаҡ ямалырға тейеш. Был ГОСТ талабы. Тап ошондай соҡорға эләккән автомобиль тәгәрмәсе зарар күрә. Башҡарыр эшебеҙ күп, иртәгәнән башлап тәүлек әйләнәһенә эшләй башлаясаҡбыҙ».
Соҡорҙарҙы ямау өсөн «һыуыҡ асфальт» тип аталған ҡатнашма ҡулланыла. Исеменән үк күренеүенсә, ул киң температур диапазонда эш алып барыу мөмкинлеген бирә. Өҫтәүенә, бындай асфальт ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡата ти белгестәр.
Баш ҡалала соҡорҙарҙы ямау  апрель аҙағынаса дауам итәсәк. Был ваҡытҡа урамдарҙа өлөшләтә транспорт хәрәкәте сикләнәсәк. Ләкин был әлбиттә мәжбүри сара. Бәлки автомобиль хужаларының был мәшәҡәтте сабыр үткәреп ебәреүе уларға тигеҙ юлдар рәүешендә әйләнеп ҡайтыр.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика