Республикала янғын хәүефһеҙлеге айлығы башланды

Республикала янғын хәүефһеҙлеге айлығы башланды 21.04.2015

Сөнки тап ошо осорҙа  ут сығыу осраҡтары йыш теркәлә. Көндәр йылыныу менән халыҡ тәбиғәткә сыға башлай, сүп-сар яндырыу ҙа янғынға сәбәпсе булыуы мөмкин.

Бөгөн Башҡортостан урман хужалығы министрлығының коллегияһында ла һүҙ урман янғындарына  юл ҡуймау, йәшел байлыҡты һөҙөмтәлерәк ҡулланыу хаҡында барҙы. Ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин ҡатнашты.  Былтыр урмансылар алдарына ҡуйылған йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәп сыҡҡан, әле бында системаны үҙгәртеп ҡороу буйынса эш алып барыла.  Ул эште яҡшыртырға булышлыҡ итер тип көтөлә. Урманды һөҙөмтәлерәк ҡулланыу маҡсатында  контроль-күҙәтеү эшмкәрлеген йәнләндереү ҡарала. Шулай уҡ ҡартайған һәм япраҡлы ағастарҙы ҡырҡыу һәм эшкәртеү, дарыу үләндәрен йыйыуҙы юлға һалыу күҙаллана. Япраҡлы ағастарға иғтибарҙы йүнәлтеү ылыҫлы фондты һаҡсылыраҡ ҡуланыу мөмкинлеген бирәсәк.
Әлеге мәлдә төп бурыс  урман янғындарына юл ҡуймау.  Хәҙер министрлыҡта масус ҡоролма менән йыһазландырырған  диспетчер хеҙмәте эшләй.  Спутник системаһы ярҙамында республиканың бар урмандарын күҙәтеп барырға һәм төтөн  сыҡҡан урынды шунда уҡ билдәләргә мөмкин. Яңы  ҡоролма  урман янғындарын кәметергә ярҙам иткән, былтыр  республикала 49 ут сығыу осрағы теркәлгән, 189 гектар тирәһе майҙан  зыян күргән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика