Республикала йәйге селлә дауам итә

Республикала йәйге селлә дауам итә 13.08.2016

Август айына хас булмаған эҫе көндә халыҡ күпләп йылға һәм күл буйҙарына ағыла. Күптәр көйҙөрөп алған ҡояштан ҡасып һыу инергә рөхсәт ителмәгән урындарҙа ял итә. Ҡайһы бер кешеләр өсөн был тәбиғәттәге һуңғы ялға әйләнә.Ҡотҡарыу хеҙмәте профилактик рейдтарҙы даими үткәреп тора. Әммә күп халыҡ тыйылған урындарҙа һыу инергә ярамай тигән иҫкәртеүҙәргә әһәмиәт бирмәҫкә тырыша.

Ҡайнар ҡояш һәм түҙеп торғоһоҙ эҫе.Һуңғы көндәрҙәге селләлә халыҡ йылға ,  күл буйҙарында ял итеү яйын ҡарай.Синоптиктар мәғлүмәтенә ҡарағанда, халыҡты бер ни тиклем эҫенән ҡотҡарасаҡ һалҡынса еләҫ көндәр бик тиҙ килмәйәсәк. Киләһе ял көндәрендә һауа температураһы 38 градусҡа күтәрелеүе көтөлә.
Бындай шарттарҙа пляждарҙа алма төшөрлөк тә урын булмаясаҡ һәм тыйылған урындарҙа һыу инеүселәр һаны  артыуы ла күҙаллана.
Был ҡағиҙәне һанға һуҡмаусыларҙы ҡотҡарыу хеҙмәте иҫкәртеп ҡарай. Үлемесле осраҡ менән тамамланыусы һыу инеү урындарында бындай рейдтар даими үткәрелеп тора. Бөгөнгөһөндә Йылы күле ярҙары тикшерелде. Ял итеүселәр бында  билдә барлығын белә тороп та тыйылған ерҙә ял итә.
Анжела Захарченко: «Мин бөтөнләй йөҙә белмәйем. Бында саҡ ҡына һыуға кереп сыланып сыҡтым. Түләүле пляжға йөрөргә минең аҡсам юҡ».
Бындай аҡланыуҙарҙы һәр икенсе ял итеүсенән ишерегә була. Йылға,күл буйҙарында спиртлы эсемлектәр ҡулланыусылар күпселеге үҙенең һәм балаһының ғүмерен  ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.
Йылы күленә сығыусы һыу каналы ғүмер өсөн бигерәк хәүефле. Бында быйыл йәй генә  ике кеше һыуға батҡан, уларҙың береһе алты йәшлек малай. Миҙгел башынан республикала 73 кешенең  ғүмере йылға күлдәрҙә  өҙөлгән, уларҙың 16-һы балалар.
Ҡурҡыныс статистика ла ,ҡортҡарыусыларҙың аҙым һайын иҫкәртеп тороуы ла ҡағиҙә боҙоусыларҙы туҡтатмай. Был ялдың ғүмерендә һуңғыһы булыу  ихтималлығы хаҡында уйланыусылар аҙ. Ҡаза аяҡ аҫтында тиһәк тә, башты күтәреп тыйыуҙарға ла күҙ һалайыҡ. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа иҫкәртеү билдәләре, ғәҙәттә бәхетһеҙ осраҡтарҙан һуң барлыҡҡа килеүен оноторға ярамай.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика