Республикала йәшәүсе меңдәрсә кеше уҙған ял көндәрендә өмәләргә сыҡты

Республикала йәшәүсе меңдәрсә кеше уҙған ял көндәрендә  өмәләргә сыҡты 01.05.2017

Уларҙың күбеһе изге эштә үҙ теләге, күңел ҡушыуы буйынса ҡатнашты. Иглин районда үткән экологик акцияла урындағы хакимиәт һәм төрлө предприятие хеҙмәткәрҙәре ҡулдарына эш ҡоралдары алды. Тирә-яҡты таҙартыу сараларынан башҡалар ҙа ситтә ҡалманы. Аҙна һайын ойошторолған  шәмбе өмәләренә райондың барлыҡ ауылдыры ла әүҙем ҡушылды.  

Туймазы районы халҡы ла урындағы шишмәләрҙе һәм тирә-йүнде тәртипкә килтерҙе. «Минең шишмә» акцияһы сиктәрендә барлығы йөҙгә яҡын һыу сығанаҡтарын төҙөкләндереү ҡаралған. Бөгөнгә хакимиәт, депутаттар һәм ауылдарҙа йәшәүселәр тырышлығы менән шишмәләрҙең яртыһынан ашыуы яңы һулыш кисерә башлаған да инде. Уҙған шәмбе ойошторолған экологик сарала ошондай шишмәләрҙең береһе тулыһынса төҙөкләндерелде. Ҡыш буйы бында сүп-сар өйөмдәре хасил булған. Ул хатта, күренмәй ҙә башлаған. Шулай ҙа кешеләрҙең тырышлығы менән хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Улар ҡороған ағастарҙы  таҙартты һәм шишмәне кирбестәр менән уратып алды. Шулай уҡ ял итеү өсөн ултырғыс та ҡуйылды. Ә инде махсус эленгән банерҙар халыҡты тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға өндәр тип көтөлә.  
Хәйбулла районында шәмбе өмәләре ағас ултырыу акция менән тамамланды. Үҙәк майҙанда ойошторолған сараға башлыса йәш быуын вәкилдәре әүҙем ҡушлыды. Киләсәктә бындай акцияларҙы даими ойоштроп торорға ҡара ителде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика