Республикала йәшәүсе ишле ғаиләләрҙең күбеһе Урал аръяғы төбәктәренә тура килә 25.12.2014

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Яңы йыл алдынан  биш һәм унан да күберәк балалы ғаиләләргә бүләктәр тапшыра. Күстәнәстәрҙе  Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тарата. Улар бөгөн Өфө районының Дмитриевка ауылында йәшәүсе Ивановтарҙың ишеген шаҡыны.

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың килгәнен Ивановтар түҙемһеҙләнеп көткән. Платон, Тимофей, Аврам шиғыр ятлаған, Максим аккордеонда, Софья скрипкала матур көй уйнап ишеттерҙе. Ә ҡунаҡтар матур-матур бүләктәр менән һөйөндөрҙө. Тәмлекәстәр һәм уйынсыҡтар алып ҡыуанған балаларҙың һәр береһе үҙенең Яңы йылға хыялы тураһында һөйләне. Шуныһы ҡыҙыҡ, бер кем дә улар араһында айпат, компьютер, телефон йә иһә башҡа шундай замана гаджеттары тураһында хыялланмай. Ә бөтә ғаиләнең уртаҡ теләге - ҙур, иркен йортта йәшәү. Уларға дәүләт ер бүлеп биргән. Киләһе йыл Ивановтар унда төҙөлөш эштәре башларға ниәтләй. Балаларҙың дүртеһе мәктәп йәшендә, ә иң өлкәндәре медицина университетында стоматолог һөнәрен үҙләштерә. Барыһы ла музыка мәктәбендә шөғөлләнә. Уҡыуҙа улар алдынғылар рәтендә. Иң кеселәренә 3 йәш ярым. Балалар бер-береһен ҡарарға ярҙам итә. Альбина Давыдовна яңыраҡ эшкә төшкән. 10 кешелек ғаиләне аҫырау өсөн Вячеслав Дмитриевичҡа өс районға йөрөп эшләргә тура килә. Саҡмағош, Благовар һәм Өфө райондарындағы теплицаларҙа ул агроном булып эшләй. Вячеслав Иванов, күп балалы атай: «Киләсәктә күмәкләп йорт һалырға уйлайбыҙ. Күп балалы ғаилә булараҡ 8 сутый ер бирҙеләр. Алыҫ түгел, Йоматауҙа. Ә балалар һәр береһе үҙ ризығы менән тыуа. Улар беҙҙең шатлығыбыҙ». Альбина Иванова, күп балалы әсәй: «Ҡайһы саҡ ирем эй, шаулайҙар ҙа инде тип әйтеп ҡуя. Мин уға, был беҙҙең ғүмеребеҙҙең алтын сағы. Шаулаһындар. Ул бер мәл генә тим. Өйҙөң сабыйҙар менән тулы булыуы ҙур бәхет. Дәүләттән дә ярҙам бар». Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу артабан юлланды. Өфө районында йәшәүсе тағы ла ошондай өлгөлө 21 ғаилә көтә уларҙы. Ольга Кабанова, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары: «Беҙ ғәҙәттәгесә, Яңы йыл алдынан күп балалы ғаиләләргә Президент исеменән бүләктәр тапшырабыҙ. Быйыл республикала 8 мең бала ошондай бүләк аласаҡ. Быйыл кәнфиттәргә ҡушып йомшаҡ уйынсыҡ менән ҡыҙыҡлы ғына уйын да һалынған». Һуңғы йылдарҙа республикала ишле ғаиләләр артыуы тотороҡло һаҡлана. Уларға төрлө йәһәттән дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Быйыл ошо маҡсатта бюджеттан 8 миллиард һум аҡса бүленгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика