Республикала ташҡынға әҙерлек дауам итә

Республикала ташҡынға әҙерлек дауам итә 20.03.2017

Иглин районында ҙур һыуҙы ҡаршылау эштәре ойошҡанлыҡ менән  бара. Оло-Тәләк ауыл биләмәһендә  иғтибар  үҙәгендә  мәктәп һәм тимер юл аша күпер эргәһе.Ҡар һыуҙары йыйылып ятмаһын өсөн йырындар ҡаҙыла, һыу үткәргес торбалар таҙартыла.

Ауыл эргәһенән генә Эҫем йылғаһы аға. Ташҡынға ҡаршы комиссия һыуҙың кимәлен тикшереп тора. Ауыл халҡының хәүефле мәлде имен үткәреп ебәреүен тәьмин итеү өсөн бөтә саралар күрелә.  
Рәмил Сәхибгәрәев, Оло-Тәләк ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы: «Иң проблемалы участкаларҙың береһе - Матросовка йылғаһы. Төньяҡ-көнсығыштан аҡҡан  бөтә һыу ошонда йыйыла. Ҡар һыуҙарына юл яһап йылғаның үҙәнен тәрәнәйтеп таҙарттыҡ, 800 метр тирәһе ҡаҙыныҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика