Республикала һөт продукцияһының 15 проценты – фальсификат 08.04.2017

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ фронты төбәк бүлексәһе эксперттары «Уфимское времечко» журналистары менән берлектә һөт продукцияларының сифатын тикшерҙе.  Күп ғаиләләрҙең көндәлек ҡулланған аҙыҡ-түлеге йыш ҡына фальсификациялау объектына әүерелә.

21-нән 30 мартҡа тиклем Өфө сауҙа нөктәләрендә «Рәсәй» сырының дүрт, һыйыр майының 9, эремсектең 6 төрөнә контроль һатып алыуҙар ойошторола. Бөтә төр аҙыҡ өлгөләре лә һөттән алынмаған ҡатнашмаларҙың майлылыҡ фазаһын асыҡлау маҡсатында һынау үҙәге лабораторияһына тапшырыла. Был аҙыҡтарҙа һыйыр һөтө генә ҡулланыла. Уларҙы үҫемлек майы менән алмаштырыуға юл ҡуйылырға тейеш түгел.
Әммә ҡайһы бер етештереүселәр дәүләт стандарттарына тура килгән продукция сығарырға ашҡынып тормай. Улар еңел юл эҙләй, рецепттарҙы үҙгәртә, тауарҙың үҙҡиммәтен кәметә. Һатып алыусыларҙың мәнфәғәттәре иҫәпкә алынмай һәм һәр ваҡытта ла сифат һәм хаҡ балансы күҙәтелмәй. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты эксперттары фекеренсә, аҙыҡ-түлектең физик-химик анализы  уларҙың күбеһе  дәүләт стандарты билдәләгән  тейешле талаптарға тап килмәүен күрһәтә.  
Илһам Ҡорбанғәлиев, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығы белгесе: «2017 йылдың беренсе кварталына контроль һатып   алыуҙарға 458 лаборатор тикшереү үткәрелде. Уларҙың 35-е фальсификациялы продукттар. Киләсәктә лә был өлкәлә күҙәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика