Республикала тәүге ретромотоцикл музейы барлыҡҡа килеүе ихтимал 28.07.2015

Өфөлә йәшәүсе Максим Федоров был башланғысҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Уның шәхси коллекцияһында дүрт тиҫтәгә яҡын мотоцикл иҫәпләнә.

Максим Федоров  мотоциклдар менән ҡыҙыҡһына. Техника менән бала саҡтан дуҫ. Шөғөлө уға олатаһынан күскән. Хәҙер тормошон мотоциклһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Техниканы һүтеп-йыйыу  Максим өсөн бер ни ҙә тормай. Шәхси коллекцияһындағы бар мотоциклдарҙы ла тиерлек үҙе ҡорған.

Әлбиттә, һәр коллекционерҙың яратҡан бер экземпляры була тигәндәй, Максим Федоровтың да дүрт тиҫтәләп мотоциклы араһынан үҙ иткәне YAWA исемлеһе. Советтар Союзына тәүгеләрҙән булып индерелгән тәүге мотоцикл Чехословакияла етештерелгән. Ул осорҙа халыҡ сит ил маркалы техниканы үҙ итеп, ҡәҙерләп тотонған.

Ә был  Максимдың тәүге мотоциклдарының береһе. Тап ИЖ маркалы техниканы алғандан һуң, яратҡан шөғөлөнә юл ярыла. Шәхси коллекцияһында Совет заманында киң файҙаланылған техникаларҙың төрлөһөн осратырға мөмкин. Өҫтәүенә, ул йылдан-йыл тулылана. Мәҫәлән, күптән түгел Томскиҙан "Урал"ды һатып алып ҡайтҡан. 1981 йылғы техника заводтан сығарылғандан бирле ни  бары 5 саҡрым юл үткән. Тотонолмаған тиһәң дә була.

Шулай ҙа Максим был техникаларҙы тик күргәҙмә өсөн генә тота тип аңларға кәрәкмәй. Ул республикала уҙғарылған төрлө мотоуҙыштарҙа, мотоциклға бәйле сараларҙа ла әүҙемлек күрһәтә. Коллекционерҙың киләсәккә маҡсаттары юғары. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәрби техникаға эйә булыу хаҡында хыяллана. Бынан тыш, Максимға ретромотоцикл музейы булдырыу тураһындағы уй ҙа тыңғы бирмәй. Әйткәндәй, республикала был техника төрөнә арналған музей ойошторолғаны юҡ әле.

Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика