Республикала өсөнсө төбәк-ара «Кәртәләрҙе еңеп» балалар ижады фестивале старт алды

Республикала өсөнсө төбәк-ара «Кәртәләрҙе еңеп» балалар ижады фестивале старт алды 16.10.2015

Конкурста Чесноковка ҡасабаһы балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе  Гөлнара Әхмәтова ла ҡатнашырға теләк белдергән. 16 йәшлек ҡыҙ йыр-моңға һәләтле, шиғыр яҙа,  спортсы һәм турист. Ул  күп тапҡыр Ирәмәлгә күтәрелгән.  

Гөлнара  Ирәмәлгә күтәрелеүе хаҡында әхирәттәренә  ғорурланып һөйләй. Һәр береһе үҙе бер тарих. Ун алты йәшлек ҡыҙ тауҙы нисә тапҡыр артылғанын да хәтерләмәй - яҡынса  алты-ете тирәһе. Республиканың был мөғжизәле төбәгенә барған һайын яңы тәьҫораттар менән ҡайта. Ул тауға үҙе генә күтәрелмәй. Мөмкинлектәре сикләнгән өлкәндәргә лә Ирәмәлгә менергә ярҙам итә.
Гөлнара Әхмәтова, Чесноковка балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе: «Мин тәүҙә команда менән үҙем генә менә торғайным. Бер тапҡыр миңә ирекмән булырға тәҡдим иттеләр. Ризалаштым. Тауға менеү еңел түгел. Аяҡтар тая, һин үҙең шефлыҡҡа алған кеше өсөн дә яуап бирәһең. Уларҙың сәләмәтлектәре насарайып китеүе лә бар. Уларға ярҙам итеү миңә оҡшай. Өлкән кеше миңә ысын күңелдән рәхмәт әйтһә, күңелем тула».
Гөлнара бейергә  ярата. Репертуарында башҡорт, рус, япон  бейеүҙәре. Ул төрлө концерттарҙа сығыш яһай. «Кәртәләрҙе еңеп» фестиваленә әҙерләнә. Репетициялар көн һайын үтә. Әлегә тамашасылары - балалар йорто тәрбиәләнеүселәре. Гөлнара киләсәктә ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһарға хыяллана
«Кәртәләрҙе еңеп» төбәк-ара фестивале республикала  өсөнсө йыл рәттән үткәрелә. Унда мөмкинлектәре сикләнгән һәм сәләмәт балалар  ҡатнаша ала. Ғаризалар 30 октябргә тиклем ҡабул ителә.
Дмитрий Эйгенсон, «Кәртәләрҙе еңеп» проекты етәксеһе: «Балалар бөтәһе лә асыҡ күңелле бит улар. Әгәр  инвалид коляскаһында йә башҡа төрлө мөмкинлеге сикләнгән балалар менән бергәләп ижад итһәләр  улар ныҡ дуҫлаша, һәләттәре асыла. Беҙҙең маҡсат бөтә булған кәртәләрҙе емереү».
Конкурстың һөҙөмтәләре буйынса Гала концерт Өфөлә декабрҙә  уҙа. Фестивалдә ҡатнашыусыларға билдәле актерҙар хәйриә акциялары һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку