Республикала рөхсәт ителмәгән сүп-сар өйөмдәренең һаны ике мең ярымға барып баҫҡан

Республикала рөхсәт ителмәгән сүп-сар өйөмдәренең һаны ике мең ярымға барып баҫҡан 30.07.2015

Киләһе йылдан башлап Рәсәй төбәктәре ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар әйләнешенә ҡағылышлы яңы вәкәләттәр аласаҡ. Ошо йәһәттән  Башҡортостанда сүп-сар эшкәртеү заводтары һәм полигондар төҙөү күҙаллана. Комплекстарҙың береһе Иглин районында урынлашасаҡ. Ул 2017 йылда төҙөлөргә тейеш.

Тракторҙар, йөк машиналары алмашлап тигәндәй сүп-сар ташый. Шулай ҙа йорт, ойошма тирәһендәге ҡый ҡалдыҡтары әллә ни алыҫта ла ҡалдырылмай. Ауыл, ҡала ситенә түгелә. Иглин районында ғына ҡырҡтан ашыу рөхсәт ителмәгән сүплек иҫәпләнә. Был бик күп. Киләсәк хәүеф аҫтында, ти белгестәр. Үткән ярты йыллыҡта ғына урындағы халыҡтан Тәбиғәттән  файҙаланыу һәм экология министрлығына тиҫтәнән ашыу ялыу килгән. Талап бер - был өйөмдәрҙе нисек тә булһа юҡ итергә кәрәк. Яуаплылыҡ ғәҙәттәгесә, ауыл биләмәләренә төшә.

Иглин менән Келәш ауылдары араһындағы арауыҡ сүп-сарға батҡан. Урындағы халыҡ, ауыл биләмәләре етәкселеге юл ситендә урынлашҡан ҡый өйөмө менән нисек кенә көрәшмәһен, ғәҙәт үҙенекен итә. Теүәл бер йыл элек йыйыштырылған урында бөгөн тағы ла шул уҡ күренеш.

Мәсьәләне хәл итеү өсөн республиканың һигеҙ зонаһында сүп-сар эшкәртеүсе комплекстар  төҙөү күҙаллана. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе завод һәм полигондар йылдар буйы ер өҫтөндә йәйелеп ятҡан ҡый өйөмдәрен юҡ итер тип көтөлә. Проект буйынса Өфө янындағы биләмәләр Иглин районына ҡараясаҡ. Әлегә комплекстың яҡынса урыны ла  билдәле. Ауструм ауылынан бер нисә километр алыҫлыҡта урынлашҡан участкала санитар-һаҡлау зонаһы үтәлә, ти белгестәр. Федераль трасса ла яҡын. Бар уңайлыҡтар бар. Тик төҙөлөш эштәре өсөн 90 гектар майҙан кәрәк, тәү ҡарашҡа ҙур һан кеүек күренһә лә, уның яртыһын завод биләйәсәк.

Проект өҫтөндә эшләүселәр Рәсәй төбәктәренән тәжрибә үҙләштерә. Бигерәк тә Мәскәү, Һарытау өлкәләрендә был эш яйға һалынған. Заманса сүп-сар эшкәртеүсе комплекстар барлыҡ экологик талаптарға ла  яуап бирә, ти белгестәр. Башҡортостанда ошондай уҡ объекттарҙы төҙөү өсөн ваҡыт һәм матди-техник ярҙам талап ителә. Инвесторҙар ҙа кәрәк. Әлегә халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыла.

Сүплек өйөмдәрен юҡ итеүгә Иглин халҡы риза, шул уҡ ваҡытта  полигон тәбиғәткә зыян килтерер тигән ҡарашта булыусылар ҙа бар. Ер аҫты һыуҙары бысрар тип ҡурҡалар. Экологтар был фекерҙе иңҡар итә. Проектты тормошҡа ашырғанда халыҡ-ара санитар стандарттарҙы ҡулланып эшләү күҙаллана.

Сүплектәлә сәскәләр үҫә. Шулай ҙа тәбиғәт биҙәктәрен ҡый өйөмдәре бер ҙә биҙәмәй. Проектты тормошҡа ашырғанда ла халыҡ менән берҙәм эш алып барыласаҡ.

Өфө зонаһындағы яңы комплекс ике йылдан һуң эшләй башларға тейеш. Тимәк, киләсәктә республика сүп-сарҙан да килем аласаҡ. Шулай ҙа төп маҡсат тирә яҡты таҙартыу, тәртипкә килтереүгә ҡайтып ҡала.

Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку