Республикала «Нерест» махсус операцияһы дауам итә

Республикала «Нерест» махсус операцияһы дауам итә 18.05.2015

Уның маҡсаты - ыуылдырыҡ сәсеү мәлендә һыу ятҡылыҡтары байлығын һаҡлап ҡалыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 июнгә тиклем балыҡтарға ҡармаҡ һалыу ғына рөхсәт ителә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре һәм инспекторҙар браконьерҙарҙы һыуға яҡын ебәрмәҫкә тырыша. Сөнки был осорҙа ҡағиҙә боҙоусылар тәбиғәткә етди зыян килтереүе мөмкин. Браконьерҙарҙы һыуҙан да, һауанан да эҙләйҙәр. Полиция хеҙмәткәрҙәре өс енәйәт эше ҡуҙғатҡан, 900 килограмм балыҡ кире һыуға ебәрелгән. Законһыҙ балыҡ тотоусыларға 300 мең һумға тиклем штраф йәки 6 айлыҡ арест янай.
Роберт Заһиҙуллин,  Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының
лицензия һәм рөхсәт биреү үҙәге етәксеһе: «Рейдтар барышында 251 протокол төҙөнөк. Браконьерҙарҙан 17 килограммға яҡын ау, 50-ләгән кәмә һәм мотор тартып алынды».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку