Республикала хәрби йыйындар тамам

Республикала хәрби йыйындар тамам 16.09.2015

Бөгөн запастағы һалдаттар һәм офицерҙар өйҙәренә таралды. Ошо уңайҙан Өфөлөге хәрби частарҙең береһендә  митинг үтте,  йыйында ҡатнашыусыларҙы  Республика башлығы тәбрикләне. Сара Башҡортостандың юғары хәрби әҙерлеген күрһәтте, әммә етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел, уларҙы бөтөрөү өҫтөндә эш алып барыласаҡ, тине Рөстәм Хәмитов.

Противогаз кейгән  хәрбиҙәр  төтөн ҡаплаған палатка эсенә  инеп юғала. Был  әҙерлекте тикшереүҙең бер алымы. Йыйында ҡатнашыусылар  противогазды тиҙ генә түгел, дөрөҫ итеп кейә белергә лә тейеш. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү  ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә  ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Запастағы һалдат һәм офицерҙар  имтиханды уңышлы үтеп сыға, оҙаҡ йылдарҙан һуң да әрмеләге тәжрибә юғалмай, ти 6-сы тиҫтәһен ҡыуған Артур Закиров.
10 тәүлек буйы дауам иткән  хәрби йыйындарҙа  шулай уҡ запастағы һалдат һәм офицерҙарҙың, әле  хеҙмәт итеүселәрҙең   әҙерлек кимәле бар яҡлап та тикшерелде.  Улар тигеҙ сафтарҙа үтте, ҡаршылыҡтарҙы йырып сыҡты,  ҡоралдан атып оҫталығын һынап ҡараны.
Хәрби йыйындарға барлығы 2 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә,  Башҡортостанда үткән йыйын хәрби әҙерлектең юғары булыуын иҫбатлаған. Граждандар оборонаһының нығыныуы күҙәтелә. Әммә етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел, уларҙы бөтөрөү буйынса эш алып барыласаҡ, тине Республика башлығы.  
Хәбәрсе.  «Үҙәк-2015» тип аталған сараға запастағы һалдаттар һәм офицерҙар ғына түгел, хәрби техникала йәлеп ителгән.  Был кадрҙарҙа  өфө аэропортына төшкән  истребителдәр күренә,   хәрби самолеттар  Башҡортостанға йыйын сиктәрендә килгән.  Шулай уҡ сараға башҡа төр хәрби техникала йәлеп ителә.  Махсус транспорт  ике предприятие базаһында йыйылып  колонна менән хәрби частәргә оҙатылған.
Йыйын барышында запастағы офицерҙарҙың әҙерлеген тикшереү менән бер рәттән хәрби техниканың кимәле лә ҡарала. Мәҫәлән, ошо мобиль элемтә  машиналары тулыһынса ремонтлана. Тыныслыҡ теләйһең икән һуғышҡа әҙерлән тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, техника ла,  запастағы һалдат һәм офицерҙар ҙа һәр ваҡыт сафта булырға тейеш, ти хәрбиҙәр.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку