Республикала көндәрҙең йылытыуы көтөлә

Республикала көндәрҙең йылытыуы көтөлә 09.01.2015

Шуға ҡарамаҫтан, алдағы ике көндә Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ әле. Төндә урыны менән 28, көндөҙ 23 градусҡаса һыуыҡ буласаҡ.  

Йәкшәмбегә республика биләмәләрендә термометрҙар төндә 10-15, көндөҙ 8 градус һалҡынға тиклем күтәрелә. Ваҡыты менән ҡар яуыуы һәм еңелсә буран сығыуы ихтимал. Яңы йыл каникулынан һуң тәүге эш көнөндә кинәт йылытасаҡ, тип күҙаллана. Анна Казаева, Башгидрометүҙәктең баш синоптигы: «Алдағы аҙна башында төндө 3-8, аяҙайтҡанда 13 градусҡаса, көндөҙ ни бары 1-6 градус һалҡын буласаҡ. Шулай уҡ йәнә буран сығыуы, юлдарҙы көрт баҫыуы, боҙлауыҡ ятыуы ихтимал. Һауа торошо әленән-әле үҙгәреп тора».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку