Республикала көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы дауам итә

Республикала көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы дауам итә 07.11.2014

Ошо көндәрҙә Шаран районында ла хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте.

Райондың йәштәр үҙәгендә буласаҡ һалдаттарҙы урындағы хакимиәт, ижтимағи ойошмалар вәкилдәре тәбрикләне. Йәштәргә райондың дини конфессиялар вәкилдәре фатиха бирҙе. Бер нисә көндән һалдат кейеме кейәсәк ағайҙарын йәш таланттар ҙа ҡотланы. Республика хәрби комиссариатының Баҡалы һәм Шаран райондары буйынса бүлек етәксеһе Кирилл Клюкин егеттәргә повесткалар тапшырҙы. 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем Шаран районынан хәрби хеҙмәткә 60-ҡа яҡын егет алынасаҡ. Әле уларҙың күпселеге медицина комиссияһы үткән.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар араһында юғары уҡыу йорттарын һәм  әле генә мәктәп тамамлаусылар ҙа бар. Көсөк ауылынан Тимур Васильев студент тормошон  һалдат кейеменә алыштырырға үҙе ҡарар иткән. Уның өлкән ағаһы күптән түгел әрме сафтарынан ҡайтҡан. Бәләкәйҙән Тыуған илгә, тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләнгән ғаиләлә егеттәр хәрби хеҙмәттән ҡурҡмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку