Республикала исемле һайлау участкалары барлыҡҡа килде

Республикала исемле һайлау участкалары барлыҡҡа килде 21.08.2014

Был турала бөгөн Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының сираттағы ултырышында белдерелде.

Видеоконференция форматында үткән кәңәшмәлә 14 сентябрҙә уҙасаҡ  һайлау кампанияһына әҙерлек барышы тикшерелде. Өфө менән бәйләнешкә Ҡалтасы, Межгорье, Белорет кеүек республиканың төрлө төбәктәрендә урынлашҡан территориаль һайлау комиссиялары ағзалары сыҡты. Фекер алышыуҙа шулай уҡ  ҡайһы бер һайлау участкаларына исемдәр биреү тураһында ла һүҙ барҙы. Атап үткәндә, Әбйәлил районы үҙәгендәге участкаларҙың береһе бынан ары Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов исемен йөрөтәсәк. Тағы ла бер ҡаһарман яугирыбыҙ - Миңлеғәле Шайморатовтың исеме Ҡырмыҫҡалы, ә инде яҙыусы Сергей Аксаковтың исеме Бәләбәй районындағы һайлау участкаларының береһенә  бирелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку