Республикала етемдәрҙең һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғын яҡлау буйынса байтаҡ эш башҡарыла

Республикала етемдәрҙең һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғын яҡлау буйынса байтаҡ эш башҡарыла 09.02.2016

Иглин районында ла мәҫәлән, күптән түгел ике торлаҡ йорт файҙаланыуға тапшырылды.

Ике йәшлек Матвей әсәһен ҡулынан ысҡындырмай. Ул әле эргәһендә барған мәшәҡәттәрҙе бик үк аңлап та етмәй. Өс бала әсәһе Лиана Панкратова иһә бөгөн үҙенең иң шатлыҡлы көндәрен кисерә. Сөнки ул фатир асҡысы эйәһе. Барлыҡ уңайлыҡтары ла булған ике йорт Иглин районы үҙәгендә бер нисә ай эсендә сафҡа инде.
Лиана Панкратова, фатир туйлаусы: «Мин торлаҡ алыуыма ныҡ шатмын. Фатирлы булыу күптәнге хыялым. Ошо арала күсергә лә йыйынабыҙ».
Лиана Панкратованан тыш, тағы ла ун биш кешегә фатир асҡыстары тапшырылды. Тантанала сығыш яһаусылар, йәштәрҙе  мөһим ваҡиға менән тәбрикләп, етем балаларҙың торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге ҡануниәттең йылдан-йыл камиллаша барыуын билдәләне.
Әйкәндәй, был быйыл Иглин районында  социаль йүнәлештә төҙөлгән икенсе торлаҡ. Быға тиклем авария хәлендәге йортта йәшәүселәр ҙә яңы урынға күсерелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку