Республикала 5 сентябрҙән 17-нә тиклем хәрби йыйындар үтә

Республикала 5 сентябрҙән 17-нә тиклем хәрби йыйындар үтә 04.09.2014

Быйыл уның төп үҙенсәлектәренең береһе - ҡатнашыусыларға иҫәптән төшөрөү таныҡлыҡтары бирелә һәм улар Президент һайлауҙарында ҡатнаша ала. Шишмә районында урынлашҡан Әлкә-2 хәрби часында үткәрелеүсе был сараға запастағыларҙан 300 кеше йәлеп ителә. Күнекмәләр ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәл буйынса үткәрелмәй. Төп бурыс - хәрби часты хәрби шарттарҙа йәшәргә өйрәтеү һәм  комиссариаттарҙағы  мобилизация  эшен  камиллаштырыу.

Анатолий Балтинский, Башҡортостандың хәрби комиссары: «Пландағы был хәрби йыйынды үткәреү былтыр йыл аҙағында уҡ билдәләп ҡуйылғайны. Донъялағы сәйәси хәлдәргә, шул уҡ Украина сыуалыштарына уның бер ҡыҫылышы ла юҡ. Хәрби хеҙмәт үткән, унан ҡайтыуҙарына ике йылдан да күберәк булып киткәндәр саҡырыла. 22 йәштән 45-кә еткәндәргә генә ҡағыла ул. Запаста тороусы һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәренең мобилизация резервына үҙ теләктәре менән яҙылғандар ҙа бындай хәрби йыйындарға план буйынса саҡырыласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика