Республикала ауылдаштар байрамдары дауам итә 09.07.2014

Был юлы күркәм сара Белорет районы Үткәл ауылында үтте. Төбәктә 5 йыл һайын ойошторолоп торған байрам илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә таралышҡан туғандарҙы, нәҫелдәштәрҙе бергә йыйҙы.

Ауыл урамында гармун моңдары. Таҫмаларҙан ағылған ят моңдарҙан баш тартып, урындағы халыҡ милли йолаларға ынтыла. Майҙанда табын ҡоролған. Өҫтәл аш-һыуҙан һығылып тора.
Байрамға ауыл етди әҙерләгән. Кәртә-ҡаралты яңыртылған, баҡса рәшәткәләре буялған. Гөлдәр Сафуанова мәҫәлән, йорт алдын үҙенсәлекле тауис ҡошо менән биҙәгән.
Байрамға илдең төрлө төбәктәренә таралышҡан туғандар ҡайтҡан. Бергәләп табында ултырыу - улар өсөн үҙе бер ғүмер. Биш йылға бер ойошторолоп барған күркәм сара, ҡәрҙәшлек ептәрен нығытыу, туған төйәктән ситтә йәшәүселәргә һағышты баҫыу өсөн яҡшы мөмкинлек.
Ауыл аралары, нәҫел тамырҙарын барлап, туғандар һары һағыштарын баҫҡандан һуң байрам үҙәк сәхнә янына күсте. Бында өлгөлө ауылдаштар бүләкләнде, һәүәҫкәр артистар сығыш яһаны.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика