Республикала аномаль эҫеләр кәмендә тағы бер аҙна һаҡланасаҡ тип фаразлай синоптиктар

Республикала аномаль эҫеләр кәмендә тағы бер аҙна һаҡланасаҡ тип фаразлай синоптиктар 24.06.2015

Тимәк, төбәктең һыу объекттары буш тормаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта ҡотҡарыусылар йылға-күлдәрҙә иғтибарлы булырға, тыйылған урындарҙа һыу инеү тыйылыуы хаҡында иҫкәртә.

«Теплое» күле Инорс биҫтәһе халҡының яратҡан ял итеү урыны. Һыу йылы, сауҙа нөктәләре һәм башҡа уңайлыҡтар ҡаралған. Шуға ла ҡотҡарыусыларға көсөргәнешле эшләргә тура килә. Шуҡ баланың  йә ҡыҙмаса булып алған ирҙең буйок аша йөҙөп китеүе бында  йыш күҙәтелә, ти хәүефһеҙлек һағында тороусылар.
Рафаэль Еникеев, ҡотҡарыусы:  «Көндәр эҫе торғанға күлдә халыҡ күп. Балалары менән ял итеүсе ғаиләләр байтаҡ. Беҙҙең бурыс ошондай фажиғәле хәлдәрҙе кисектереү. Әлегә бәхетһеҙ осраҡтар юҡ».
Ләкин ҡотҡарыусылар рәсми һыу инеү урынында ғына эшләй. Ә күл ҙур. Өҫтәүенә, күптәр аңлы рәүештә тыйылған урындарҙа ял итеүҙе өҫтөн күрә. Улар тыйыуҙарға ла иғтибар итмәй.
Ҡыҙҙар инспекторҙың әйткәненә ҡолаҡ һалып, һыуҙан сығырға ашыҡты. Ләкин законлы талапты һанға һуҡмаусылар ҙа юҡ түгел. Йәштәрҙе тыйылған урында һыу инеү административ хоҡуҡ боҙоу икәне лә ҡурҡытмай.
Күренеш ошондай профилактик сараларҙың, әңгәмәләрҙең кәрәклеген иҫбатлай. Калинин районы буйынса былтыр биш кеше батып үлгән. Бынан алда тағы 7 кеше һыу ҡорбаны булған.
Олег Проскурин, Өфөнөң Калинин районы буйынса граждандарҙы һаҡлау идаралығы етәксеһе: «Тәғәйенләнмәгән урындарҙа һыу инеү ысЫнлап та, хәүефле Беҙ был фекерҙе ял итеүселәргә лә еткерергә тырышабыҙ. Бында мәҫәлән, күл төбө таҙартылмай, һыуға анализдар үткәрелмәй. Ә иң мөһиме, бата башлаусыны эргәһендә ҡотҡарасаҡ кеше булмауы мөмкин».
Ҡотҡарыусылар йылға-күл буйҙарында ял итергә яратыусыларҙы һаҡ һәм  уяу булырға саҡыра. Өфө ҡалаһы биләмәһендә 12 рәсми һыу инеү урыны эшләй. Улар барыһы ла тейешле талаптарға яуап бирә, уларҙа ял итеүселәрҙә үҙҙәрен  һыуҙа ышаныслы тоя ала. Ә инде статистикаға килгәндә, һуңғы дүрт көн эсендә баш ҡалала алты кешенең һыуға батып һәләк булыуы теркәлгән, уларҙың икәүһе бала.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку