Республикала - аҡман-тоҡман!

Республикала - аҡман-тоҡман! 17.02.2016

Бөгөн һауа торошо насарайыуы, көслө буран юлдағылар өсөн ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Туҡтауһыҙ яуған ҡар республика юлдарында күреү мөмкинлеген кәметеп, транспорт хәрәкәтен ҡатмарлаштырҙы.

Трассала юлдар күренмәй. Бынан тыш, епшек ҡар машина тәҙрәләренә йәбешеп, хәрәкәт итеүҙе тағы ла ҡатмарлаштыра. Ошондай һауа шарттарына бәйле, бөгөн республика юлдарында бер нисә авария теркәлде. М-7 трассаһының Дүртөйлө районы Күкҡуян ауылы тапҡырында биш машина бәрелеште. Ошо арҡала ваҡытлыса юл хәрәкәте сикләнде.
Шишмә районының Дмитриевка ауылы эргәһендә цистерналы йөк машинаһы еңел автомобилгә барып бәрелгән, һуңғыһының водителе аяғын йәрәхәтләгән. Өфөлә лә көн дауамында боҙлауыҡ арҡаһында йөк машиналары таулы ерҙәрҙе үтә алмай аҙапланды.
Юл хәрәкәтен еңелләштереү өсөн коммуналь хеҙмәттәр көсөргәнешле режимға күскән. Улар ике сменала эшләй, Өфө райондары бар техниканы ла ҡаланы ҡарҙан таҙартыуға йәлеп иткән.
Шулай ҙа ҡала юлдарында юл фажиғәләре аҙым һайын осрай. Ҡар асфальтта ҡатып  боҙлауыҡҡа әйләнә, соҡорҙар барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә тәгәрмәстәр тая. Синоптиктар  оҙаҡламай ел-буран тынып, яуым-төшөм кәмер тип ышандыра.  
Әлеге мәлгә республика биләмәләрендә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм ваҡиғалар ихтималлылығы барланып яуаплы шәхестәргә еткерелгән. Бынан тыш, халыҡҡа кеҫә телефондары аша СМС-хәбәрҙәр ебәрелгән. Автомобиль юлдарында хәлде күҙәтеү өсөн дүрт  оператив төркөм ойошторолған. Шулай ҙа автоһәүәҫкәрҙәргә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика